Ул интернетта "Ә һин үҙеңдең ҡалаңда ФСБ-ны яндырҙыңмы?” тигән яҙыуҙар таратҡан.
Егет үҙенең ғәйебен һәм хаталы юлда булыуын тулыһынса таныған. Ысынлап та, ул органдарҙы яндырырға өндәүен раҫлаған.
Йөкмәткеһенә тикшереү үткәргәндән һуң, бындай яҙыуҙар террорлыҡҡа өндәй, тигән һығымта яһалған. Шулай уҡ хөкөм ҡарары ғәмәлдә булған осорҙа енәйәтсе егеткә социаль селтәрҙәрҙә сайттар ойоштороу ҙа тыйылған. Башҡортостан гәзитенән.