Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 10:40

Яҡындары борсолоп көтә…

Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәгән 35 йәшлек Яннула Вергосты яҡындары эҙләй. Ул 23 июлдә киске сәғәт 10-дар тирәһендә йорт алдына ғына сыҡҡан еренән ғәйеп булған.

Үҙе менән документтары, аҡсаһы, асҡыстары ла юҡ. Өҫтөнә лә еңелсә генә кейенгән: ихатала ғына кейә торған ҡыҫҡа йәйге комбинезон, аяғында - резина тапочкалар.


Был мәлдә әсәһе, балаһы өйҙә йоҡлап ҡалған. Шунан бирле уның ҡайҙалығы тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ… Яҡындары билдәләүенсә, быға тиклем ул ситкә сығып китеп йөрөмәгән, тыныс ҡына ҡыҙын тәрбиәләп, киләсәккә пландар ҡороп йәшәгән.


Шуныһы ла билдәле: ул ошо арала аҡса эшләп ҡайтыу маҡсатында Мәскәүгә йыйынған булған. Бына инде 11 көн буйы яҡындары борсолоп уны көтә.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: gorobzor.ru
Читайте нас: