Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 10:04

Водителһеҙ машина ниңә “енләнгән”?

Йорт алдында торған машина, рулдә водитель булмаһа ла, йәнләнеп китеп, ихаталағы бер нисә автомобилде “һөҙгән“.

Инцидент Стәлетамаҡтың Төҙөүселәр урамында күҙәтелә. Видеоға төшөрөргә яратыусылар өсөн был хәл бик тә ҡулайлы, мауыҡтырғыс була, күрәһең.

Ярҙамға ашығыусы күренмәй. Кадрҙарҙан асыҡланыуынса, машина эргәһендә ике ҡатын һәм бер малай торған. Ҡатындарҙың береһе салондан икенсе баланы күтәреп алғанда, машина кинәт ҡуҙғалып китә.

Ҡатындар уны туҡтатырға тырышып ҡарай, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмай. Өҫтәүенә, бала ергә ҡолай.

«Енләнгән» автомобиль, ихаталағы өс машинаны төкәтеп, йорт болдорона бәрелгәс кенә туҡтай.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: