"Бигерәк тә йәй көн буйы урамдан инә белмәй инек, - тип һөйләй яратҡан йырсыбыҙ. - Әсәйем мәҙәниәт хеҙмәткәре булғас, төрлө саралар, концерттар ойоштороп, һуң ғына ҡайта. Атайым да милицияла эшләгәс, йә төн уртаһында, йә иртән ҡайта. Ә беҙ балалар көноҙон урамда уйнайбыҙ.
Өләсәйем беҙҙән бер нисә йорт аша йәшәгәс, улар мине шундалыр тип уйлап, ярай, йоҡлап ҡайтһын, тип тыныслана. Ә мин урамдағы бурала йә утын араһында уйнап йөрөй торғас, арып шунда ойоп китәм. Бер нисә тапҡыр тышта уянып китеп, өйгә һуң ғына ҡайтҡанымды хәтерләйем.
Шулай булһа ла, ныҡ, сәләмәт булып үҫкәнбеҙ".
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.