Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 10:06

Хәбиров ярҙамға саҡырҙы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостандың битараф булмаған халҡына хоспис төҙөүҙә ярҙам итеүҙе үтенде.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостандың битараф булмаған халҡына хоспис төҙөүҙә ярҙам итеүҙе үтенде.


"...Әгәр Ер йөҙөндә иң ҙур ғәҙелһеҙлек бар икән, ул - балаларҙың ҡаты ауырыуҙарға дусар булыуы. Республикала 643 бала көн дә иң ауыр сирҙәргә ҡаршы көрәшә, ғәмәлдә һәр көн улар үлем тырнағынан йолоп алып ҡалына, ә ауыр сирле өлкәндәр тағы ла күберәк.

Уларға аҙ ғына булһа ла ярҙам итеүсе мөмкинлек - хоспис, - тип яҙа Радий Хәбиров.- Беҙ уны бюджет аҡсаһына ла төҙөй алабыҙ. Минең уйымса, уны халыҡ ярҙамында ла һала алыр инек. Был республика халҡын өлгөргәнлеккә һынау ҙа булыр. Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә бергәләп, һәр кем күпме булдыра ала, шунса үҙебеҙ өлөш индерәйек".


Радий Хәбиров әйтеүенсә, хоспис киләһе йылдың аҙағына эшләй башларға тейеш. Ярҙам итергә теләгән һәр кеше «Иман» фондына аҡса күсерә ала.

Республика етәксеһе оло эшкә өлөш индергән һәр кемгә шәхси рәхмәт әйтәсәген белдерҙе. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: