Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Август 2019, 17:42

МӨҺӨР: “АУЫЛ БАЛАҺЫ!”

Был хәл “Көньяҡ” автовокзалы янында булды. Урта йәштәрҙәге ҡатын менән бер үҫмер, улы булһа кәрәк, юл аша сыҡмаҡсы. Егет алға уҡталды, әммә әсәһе туҡтатты. Дөрөҫ эшләне, сөнки светофорҙа ҡыҙыл ут яна ине. Бер аҙҙан ҡатын алға атланы, хәҙер, машиналарҙың яйларға ла йыйынмағанын самалап, егет кеше сигендерҙе. Баҙап ҡалғанлыҡтары йөҙҙәренә бәреп сыҡты. Эйе, был боролошта тура барған һәм боролоусы машиналар йәйәүлеләр өсөн светофорҙарҙың айырым икәнлеген белмәй ине. Көн һайын йөрөгән юлдары булмағас ни… Йәй башы, шуға күрә, “уҡырға киләләрҙер” тип уйланым һәм йылмайып ҡуйҙым. Юҡ, мыҫҡыллап та, кәмһетеп тә түгел. Былай ғына, үҙ итеп, туғандарымды осратҡан кеүек…

Беренсе тапҡыр “уҡыу алды практикаһы”нан (ғәмәлдә аудитория тәҙрәләрен йыуып) ҡала буйлап туғандарымдың фатирына ҡайтыуымды иҫләнем. Ошоғаса гел ағайыма эйәреп йөрөгәйнем. Ә был көндө: “Оҙата алмайым, туҡталышты беләһең, йортто таныйһың, үҙең ҡайт”, – тине лә, тейешле автобусҡа ултыртып ебәрҙе. Бары артымдан ябылған ишектән “ярты сәғәтлек юл” тип ҡысҡырғанын ғына ишетеп ҡалдым. Автобус ҡуҙғалды. Ул саҡта кеҫә телефондары юҡ. Тулҡынланыуҙан ҡотороп тибергә керешкән йөрәк күкрәктән сығып бара. Уның дөпөлдәүенән бына-бына ҡолаҡ барабандарым ярылыр төҫлө. Аҙашырмын да, эҙләп таба алмаҫтар, тип ҡурҡтым. Һәр туҡталыш минеке кеүек. Төшөргә тип нисә уҡталғанмындыр… Ағайымдың “ярты сәғәт” тигән һүҙе тотмаһа, төшөп тә ҡалыр инем, моғайын. Шулай ҙа кәрәкле туҡталышҡа килеп еттем. Автобус тәҙрәһенән туғандарымдың йортон күргәс, нисек ҡыуаныуымды белһәгеҙ!.. Был – ҡалалағы тәүге үҙ аллы аҙымым, “тәпәй баҫыуым” ине. Ә дөйөм ятаҡта йәшәй башлағас, ҡыҙҙар менән етәкләшеп йөрөнөк. Өркөшкән өйрәк бәпкәләре кеүек, беребеҙҙән беребеҙ тороп ҡалырға ҡурҡып, тағылыша инек. 1 сентябрҙә ятаҡтан университетҡа барып еткәнсе аҙашыуын аҙаштыҡ, әммә йөрөргә өйрәндек. Шулай “яуланыҡ” беҙ Өфөнө: ҡурҡыуҙар һәм һағыныуҙар аша.
Һуңғыһы көслөрәк тә булғандыр әле. Әйтәм бит, теләгән ваҡытта шылтыратып, әсәй тауышын ишетеү мөмкинлеге юҡ ине. Ундай саҡта нимә эшләйһең? Яҫтыҡ ҡосаҡлайһың да балауыҙ һығаһың. Ләкин II курста уҡыған күрше ҡыҙ “сир”емдең дауаһын тиҙ тапты. “Һине бында береһе лә көсләп тотмай. Ишек бикләп ҡуйылмаған. Сумкаңды йыйып автовокзалға бар ҙа, өс сәғәттән өйҙәһең!” – тине. (Был – ауыл балаларының ҡалаға яңы килеүселәргә эстафета итеп тапшыра торған һүҙҙәре булғандыр.) Шул көндән алып иламай башланым. Сөнки, ысынлап та, бында үҙем килдем: берәү ҙә саҡырманы һәм берәү ҙә бәйләп тотмай.
Әлбиттә, ҡалаға төрлө кеше төрлөсә күнегә: кемдер оҙағыраҡ, ә кемдер икенсе көндө үк ата-әсәһе ебәргән аҡсаға модалы кейем алып, тырнағын буяп, бейек үксәле туфлигә күсә. Заман менән холоҡ-фиғелдәре лә үҙгәрә бара. Улар беҙҙең кеүек ҡыйыуһыҙ ҙа түгел, шикелле... Хәйер, күптәр уйлағанса ҡиммәтле тәмәке, ҡалъян тартыу, дискотека һәм бильярд клубтарына йөрөү генә ҡыйыулыҡ билдәһе түгел әле. Транспортта ҡысҡырып телефондан һөйләшкән йә көлөшкән йәштәрҙә кисәге ауыл балаларын таныу һис тә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. (Ғәҙәттә, ҡала шпанаһы шулай ҡылана, әммә...) “Ҡыҙҙар ауылдан китә, ләкин ауыл ҡыҙҙарҙан китмәй” тиҙәр бит. Ҡыҙҙарҙан ғына түгел, егеттәрҙән дә китмәй икән шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер “мин ауылдан, миңә ярай” тип, газон аша тура йөрөгән бәндәләргә ҡарап бөтә ауыл йәштәренә лә бер мөһөр һуғыла – “ауыл балаһы”.
Ә бит төптән уйлағанда, ҡала йәштәренә ҡарағанда ауылдыҡылар күпкә иртәрәк үҙ аллы йәшәргә өйрәнә. Уларҙың янында иркәләп-төрткөләп уятҡан әсәйҙәре юҡ. Уҡыуға барыу-бармауын да береһе лә тикшермәй. Күптәр, ата-әсәһенең елкәһендә ултырыуҙан уңайһыҙланып, тиҙерәк аҡса эшләү юлдарын эҙләй. Быға өҫтәп белем кимәле буйынса конкуренцияны ла атарға мөмкин. Элек: “Уҡыусылар һаны аҙ булғас, ауыл уҡытыусыһы һәр береһе менән шәхсән шөғөлләнә. Шуға белемдәре төплөрәк”, – тиҙәр ине. Әммә бөгөн көнө-төнө документ тултырырға, отчет тапшырырға мәжбүр булған, сәғәт һаны тип бер үк ваҡытта физиканы ла, әҙәбиәт дәрестәрен дә алып барған уҡытыусыларҙың уҡытырға ваҡыты ҡалмай башланы, буғай... Ҡалалағы кеүек репетиторҙар ялларлыҡ та мөмкинлек юҡ. Нисек уҡытһа ла, шул бер уҡытыусы инде. Ауыл балаһы үҙенә оҡшаған түңәрәктәргә йөрөүҙән дә мәхрүм: бәйләй белгән берәйһе (мотлаҡ уҡытыусы тигән һүҙ түгел, иҙән йыуыусы булырға ла мөмкин) – күҙ йыйып, бәйләм бәйләргә өйрәтә, клубта эшләүсе кеше – үҙенең сараларында ҡатнаштырыу өсөн бейетә, физкультура уҡытыусыһы актив булһа – саңғы йәки конькиҙа шыуҙыра.
“Минең буласаҡ һөнәрем” тигән иншаларында ауыл уҡыусылары ҡәҙимгесә уҡытыусы, табип, һатыусы, шофер йә полиция хеҙмәткәре тураһында яҙа. Сөнки башҡаһын белмәй. Уларҙың берәй ҡасан “иҡтисади хәүефһеҙлек факультетында уҡырға хыялланам” тигәнен ишеткәнегеҙ бармы? Минең юҡ. Булһа ла бик һирәк. Әлбиттә, бөгөн Интернет бар, реклама ла етерлек, әммә барыбер юл күрһәтеүсе кәрәк. Заман менән бергә атлай алмаған ата-әсәләрҙең хәленән килмәй был. Шуға күрә лә ауыл балалары, Ғ. Ибраһимовтың “Көтөүселәр” әҫәренең төп геройына эйәреп: “Мин түбәндән, тормоштоң төбөнән күтәрелдем”, – тип әйтә алалыр. Бары тик үҙҙәренең тырышлығы, ихтыяр көсө ярҙамында йәмғиәттең ташҡа баҫылмаған, әммә ғәмәлдә билдәләнгән сиктәрен емереп өҫкәрәк ҡалҡып сыға ала. Ә бының өсөн үҙ-үҙеңә ышаныс та кәрәк. Тап ошоноң ауыл йәштәренә етеңкерәмәүе күңелде ҡыра ла инде. Күп үрҙәр үҙ көсөңә ышанмау сәбәпле яуланылмайынса ҡала. Был бәләнең башы – тәрбиәлә. Бәлки, өлкән быуын һүҙҙәремә асыуланыр, ләкин, дөрөҫөн әйтергә кәрәк: иҫкергән, беҙҙең заманға тура килмәгән тыйнаҡлыҡты алға һөргән ауыл тәрбиәһе йәштәребеҙгә яңы Менделеев, Королев, Стив Джобс булырға ҡамасаулай. Ҡыйыулыҡты әрһеҙлек менән бутарға ярамай, билдәле. Әммә, урыҫтар әйтмештәй, ҡояш аҫтындағы үҙ урыныңды яулап алырға кәрәк. Бөгөн “Юл бирерҙәр әле” тип тыйнаҡ ҡына көтөп торһаң, башыңа баҫып үтәсәктәр. Шуны аңлағандар ғына ҡырыҫ донъяла күтәрелә. Һәм нисек күтәрелә әле!
Илмир Әхмәтйәнов, Кушнаренко районы Ҡормаш ауылының бәпкә үләнендә тәгәрәп үҫкән малай, бөгөн Америка Ҡушма Штаттарының Питсбург ҡалаһында спорт түңәрәген ойошторған. “Әй, чувак!” тип килеп ингән американдар өсөн бер нисә көндә “мистер Илмир”ға әйләнә. Тимәк, үҙебеҙҙең ил йәштәренең генә түгел, Америкалағы тиҫтерҙәренең дә моронона сирткән. Ә күңелендә элеккесә “ауыл малайы”н һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән: йыл һайын милләттәштәрен йыйып һабантуй үткәрә. Ауылдаштары, туғандары өсөн өлгө. Берәүҙәр ҡайҙан сығыуын йәшереп маташа, калуш кейеп үҫкәненән ғәрләнә, туған телен “онота”. Ә икенселәр бының менән ғорурлана белә. Илмир ҙа шундайҙар рәтенән.
“Ауыл балаһы” тигәндең маңлайға яҙылыуы бер хәл, ә күңелгә яҙылыуы бөтөнләй икенсе. Юғиһә, таш биналар араһында рухһыҙ, үҙен генә ҡайғыртыусы йән эйәһенә әүерелеү оҙаҡ түгел. Ҙур ҡалаларҙы яуларға сыҡҡан балалар шул хаҡта онотмаһын ине.Шоңҡар журналынан.
Читайте нас в