Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Август 2019, 17:36

ҺИНЕҢ БАЙ ЙӘКИ ЯРЛЫ БУЛЫУЫҢ – БАШЫҢДА

Аҡса – ул ни бары ҡағыҙ Тормошта ике юл менән уңышҡа, байлыҡҡа ирешеп була. Тәүге ысул – ихтыяр көсөн эшкә егеү. Алдыңа ҡуйған маҡсатҡа табан арымай-талмай барыу, осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға белеү. Икенсе ысул – ағым хәлендә (потоковое состояние) булыу. Йәғни һиңә кәрәкле кешеләр, мөһим ваҡиғалар, бәхетле осраҡлыҡтар алдыңа сығып ҡына тора. Башыңа шәп идеялар, хәтәр фекерҙәр килә. Һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәй.

Уйлап ҡараһаң, был әкиәт кеүек. Әммә түбәнге аң менән эш итә белһәң, ысынбарлыҡҡа әйләнә, имеш.

Уңышҡа тәүге ысул ярҙамында өлгәшеү хаҡында беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫәбеҙ. Мәҡәлдәребеҙ ҙә шул хаҡта һөйләй. Ауырлыҡһыҙ ғына рәхәт йәшәү мөмкин түгел икәнлеге аңыбыҙға һеңгән.

Күп кенә етәкселәр һәм эшҡыуарҙар һаулығын ҡорбан итеп булһа ла ихтыяр көсө аша эшләй. Әммә күпме генә тырышһалар ҙа, һөҙөмтәһе әллә ни түгел, йә оҙаҡҡа сыҙамай.

Мул итеп аҡса тапһа ла, тормошоноң ҡайһылыр бер ере китек. Йәки байлығы бәхет килтермәй. Ни өсөн? Сөнки ысынында уның түбәнге аңы күп аҡса теләмәй.

Ихтыяр көсө, тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ – шәпнәмәләр, әлбиттә. Таң менән тороп ал-ял белмәй эшләү, туҡтауһыҙ эҙләнеү, үҫешергә тырышыу, күп бурысты үҙ елкәңә ауҙарыу йә һис юғы ҡул аҫтындағыларҙы хәлдән килгәнсә “бөгөргә” тырышыу... Әммә иртәме-һуңмы кеше көсөргәнешле хәлдә ҡала. Юғары уңыштарға икенсерәк баҫҡыстарҙан да күтәрелергә мөмкин.

Ул да булһа түбәнге аң мөмкинлектәрен файҙаланыу. Әммә был ысул да барыһына ла тап килмәй.

Иң тәүҙә бер һорауға яуап бирегеҙ. “Был тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, улар һинең түбәнге аңдағы теләктәрең һөҙөмтәһе”. Ошо фекер менән килешәһегеҙме? Юҡ икән, мәҡәләне артабан уҡымағыҙ. Был ысул, ысынлап та, һеҙгә тап килмәй.

Бәхет төрлө яҡлы

Бер миҫал. Эшҡыуар ҙур йөк машинаһы менән ҡара-ҡаршы бәрелешә. Ир аяҡ-ҡулдары һынып ярты йыл дауаханала ята. Нисек иҫән ҡалдым әле, тип ғәжәпләнә. Түбәнге аң мөмкинлектәре тураһында өйрәнә башлағас ҡына, ни өсөн аварияға эләккәнен аңлай. Был фажиғәне үҙе теләгән! Баҡтиһәң, ул саҡта бизнесы дуҫтары менән алып барылған. Тора-бара иргә бергәләп эшләү оҡшамай башлай. Ләкин был хаҡта әйтеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Бергә лә ҡыйын, айырым эшләргә теләү хаҡында белдереүе лә оят. Һатлыҡйәнлек кеүек ҡабул ителәсәк! Ошо хаҡта әйтеүгә ҡарағанда, хатта авария еңелерәк һымаҡ тойола. Ир үҙенә үҙе проблема яһаған. Түбәнге аң беҙҙе һис һүҙһеҙ тыңлай бит ул.

Тормошоңда нимә генә булмаһын – был һинең түбәнге аңдағы теләктәрең һөҙөмтәһе.

Аҡса кәрәк тип уйлайһығыҙмы? Һеҙ быны ысынлап та теләйһегеҙме?

Ә аҡса ни өсөн кәрәк ул?

Аҡса – ул нимә теләйбеҙ, шуны һатып алыу һәм бынан ҡәнәғәтлек кисереү, бәхетле булыу. Ә бәхет өс нәмәнән: аҡса, үҫеш һәм мөхәббәттән ғибәрәт.

Бәхетте доллар, баҫҡыс һәм йөрәк һүрәте менән билдәләргә мөмкин.

Доллар – ул материя: машина, фатир, кейем, тән сәләмәтлеге.

Йөрәк – ир менән ҡатын мөхәббәте, туғандарға, ғаиләгә ҡарата һөйөү, кешеләрҙең һеҙҙе яратыуы, ҡабул итеүе, үҙеңдең бүтәндәргә ҡарата йылы тойғоларың.

Әгәр кеше тормошонда ошолар юҡ икән, бер ниндәй аҡса ла, үҫеш тә кешене бәхетле итә алмай. Гармония булмай.

Ә баҫҡыс – рухи үҫеш. Рухи яҡтан сәләмәтлек. Әммә был йәһәттән үҫешеп тә, һөйөү һәм аҡса юҡ икән – бәхетлемен тип әйтеүе ауыр.

Байлыҡ, карьера хаҡына мөхәббәтенән ваз кискәндәр була. Күп нәмәгә өлгәшә ул, әммә бәхетле тип әйтеп булмай. Кемдер рухи үҫеште генә һайлай. Тау-тау китаптар аҡтара, тормош асылына төшөнөргә тырыша. Тик бәхетле түгел. Арабыҙҙа иң мөһиме ғаиләм имен булһын, байлыҡ – бер айлыҡ тип йәшәгәндәр ҙә бар. Уларҙы ла рәхәт йәшәй тип әйтеп булмай. Тулыһынса бәхетле түгелдәр.

Бәхет – кешенең бар йәһәттән дә үҫешеүе, бар яҡлап та ҡәнәғәт булыуы.

Ғәйеп тойғоһо

Тормошоң нисек һалынырына үҙеңде яуаплы тоя башлағас, һәр бер көнөң тик үҙеңдең генә теләктәреңдең һөҙөмтәһе икәнлеген аңлағас, ғәйеп тойғоларынан да арынырға өйрәнеү фарыз. Йәмғиәт беҙҙе яуаплы булырға өйрәтә. Әммә ғәйеп тойғоһон да һеңдерә.

Кешенең күп аҡса теләүе беҙҙә насар ҡабул ителә. Ғәйепләп ҡарайбыҙ. Үҙебеҙҙе лә эстән генә ғәйепләйбеҙ. Оялыу тойғоһо кисерәбеҙ.

Әммә беҙ бер нәмә өсөн дә ғәйепле түгел! Ни өсөн? Сөнки беҙҙең тормош – ул төпкөл аң һөҙөмтәһе. Ә төпкөл аң бер нисек тә яңылыша алмай. Шуға күрә, ғәйеп тойғоһо кисермәйенсә генә, үҙ өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алырға тейешбеҙ.

Байлығы өсөн ғәйеп тойғоһо кисереү күптәргә хас. Сөнки беҙ ҡылыҡтарыбыҙҙы ғына түгел, үҙебеҙҙе лә ҡабул итә белмәйбеҙ.

Ғәҙәттә, күп тренингыларҙа ғәйеп тойғоһонан ҡотолоу өсөн үҙеңә ниндәй ҙә булһа ҡиммәтле әйбер һатып алырға ҡушыла. Әммә төпкөл аң кимәлендә үҙ өҫтөңдә эшләмәһәң, был яҡшыға алып килмәй. Һөҙөмтәһе булмай.

Күптәрҙә байҙарҙың образы ла ҡот осҡос. Хәлле кеше һимеҙ, йәмһеҙ, уҫал булып күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, бер кемдең дә шундай булғыһы килмәй. Ни тиклем генә аҡса яратһаң да, байлыҡ образы кире икән – матди яҡтан уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел. Өлгәшкән хәлдә лә, ысынлап та ана шундайыраҡ бай булып ҡуйыуың ихтимал.

Байлыҡҡа кире мөнәсәбәт бала саҡтан һалыныуы бар. Ниндәйҙер күңелһеҙ хәтирәләр барҙыр, бәлки. Шул уҡ ваҡытта, бәхет аҡсала түгел, иң мөһиме – һаулыҡ, тип үҙебеҙ ҙә бала аңына һеңдерәбеҙ.

Мәҡәләне ошондай көләмәс менән тамамлағы килә.

- Һинең ниндәй теләгең бар?

- Өфөнән фатир һатып алыу!

- Ләкин һаман алмағанһыңмы?

- Юҡ.

- Тимәк, һин төпкөл аң кимәлендә быны теләмәйһең.

Иң мөһиме – ошо. Бер уйлаһаң – әкиәт кеүек. Әммә был, ысынлап та, шулай. Төпкөл аң алдамай. Ошо йәһәттән уйланып, өйрәнергә тырышайыҡ әле. Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: