Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Август 2019, 17:38

ДОНЪЯ КҮРКЕ – ЙӘР МЕНӘН

Тәҡдим ителгән яҙмаларым халҡыбыҙҙың алтын аҡылын, юғары философияһын йәштәребеҙ ҙә белһен, аңлаһын тигән ниәт менән эшләнелде. Әлбиттә, быны асып бөтөрөү мөмкин түгел, бәлки бер талпыныш ҡына. Әммә шул талпынышым йәштәребеҙҙә милли философияға яңыса ҡараш ташларға теләк уятһа, маҡсатыма өлгәшә алдым, тип һанай алыр инем.

Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ

Шулай килеп ҡауышҡан

Орсоҡтай ғына сағымда әле, тәрән мәғәнәһен төшөнөп тә бөтмәҫлек йәшемдә, әсәйем иренә зарланырға килгән йәш кенә ҡатынға мәҙәк өсөн бер ҡисса һөйләгәйне.
Хаҡ Тәғәлә ергә әҙәми затты яҡшыһынан-шаҡшыһынан бер тигеҙ нисбәттә яралтмыш икән. Шулай итмәһә, яҡшылары яҡшылыҡтың ҡәҙерен аңламай, фәһем алмай, наҙанға әүерелеп бөтөр ҙә, холҡон, аң-зиһенен камиллаштырыр һис бер шарт булмаҫ ине, ти. Тап ана шул сәбәпле, бәндәләрҙе ишле-ҡушлы иткәндә Аллаһы Тәғәлә “бер яҡшыға – бер шаҡшы”, “бер шаҡшыға – бер яҡшы” тип бүлеп ултыра икән. Кешеләр күп бит инде, ҡайһы саҡ буталып китә лә, “бер яҡшыға – бер яҡшы”, “бер шаҡшыға – бер шаҡшы” тип ысҡындырып ҡуя, имеш. Донъяла һәр яҡлап пар килгәндәр шуға ла бик әҙ, артыҡ яҡшы, артыҡ шаҡшы йәшәгәндәр – бармаҡ менән генә һанарлыҡ икән, ти.
Мәҙәк өсөн һөйләнелһә лә, ниндәй тәрән фәлсәфә! Тап ошо фәлсәфә, өлөшөмә төшкән көмөшөм тип, ир менән ҡатынға бер-береһенең бәндәүи йомшаҡлыҡтарына күнеп йәшәргә, ғаилә тотороҡлоғон һаҡларға ярҙам иткәндер, милләттең дә быуаттар ғәрәсәттәренә бирешмәй ойошоп йәшәүенең, юғалып ҡалмауының нигеҙе булғандыр, тип әйтергә йөрьәт итәм.
Бәндәүи зат үҙе тураһында үҙе уйлағандан хөртөрәк, кеше уйлағандан яҡшыраҡ тигән бер аҡыл эйәһе. Әлеге ҡиссанан сығып фекер йөрөткәндә, һин үҙеңде яҡшы кеше тип иҫәпләйһең икән, бик ҙур бәхетеңә күрә генә ул яңылышып киткән осраҡҡа тура килмәһәң, Йәнәби Хаҡтың ғәҙел тәғәйенләнеше буйынса, шаҡшыға юлығырың алдан билдәләп ҡуйылған. Шулай булғас, яҙмышыңа ни үпкә.

***

Яҙмаларымдағы мәҡәлдәр, әйтемдәр – халыҡтың махсус яҙма ҡануннамәләрҙә теркәлмәгән ғаилә кодексы тип аталыр баһаға эйә.
Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундары менән тығыҙ бәйле булмаған. Ғаиләне Алла әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һанаған ата-бабаларыбыҙ.
Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙа юридик ҡанундар әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай. Бары тик ҡайһы берҙәре мотлаҡ үтәлергә тейешле, ә бәғзеләре яҡтарҙың ихтыярына ҡуйылыуы менән генә үҙ аллы төркөмләү мөмкинлеге бирә.
Бер үҡ ваҡытта ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират[1], сорорат[2] һ.б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып ҡалыуы күҙәтелә. Шулай уҡ Рәсәй хакимдарының урыҫ, христиан ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б. – ғаилә ҡороу тәртип-низамын бер аҙ үҙгәрткән.
Ғәмәлдә, башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булып, йәмәғәт фекере, аҡһаҡалдар – мир башлыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен күҙәтеү функцияһын башҡарған, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә ҡағылған. Был мәҡәлдәрҙән дә күренә:
Берҙең көнө мир менән, мирҙың көнө ер менән.
Ир үлһә лә йола үлмәҫ.
Ырыуына күрә йолаһы.
Ә быныһы – ҡыҙыҡ өсөн: Әтәс үҙ сүплегендә үҙе мырҙа.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт милләтенең иң кесе киҫәге булараҡ ғаилә тормошона дини, ғәҙәт-йола, әхлаҡи киҫелештә байҡау яһап ҡарайыҡ.

Ярап торорға кәләш алмайҙар

Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ ифрат та ҡаты булыуы әле балаға енси тәрбиә бирелмәгән тигәнде аңлатмай, әйтеүемсә, сәңгелдәгенән үк ошо юҫыҡта бик аҡыллы эш алып барылыуы фольклорыбыҙҙан ап-асыҡ күренә. Сабыйҙы һикертеп, һәпсүкләп уйнатҡанда уҡ таҡмаҡланған һүҙҙәргә иғтибар итәйек: Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше, йөҙ кешегә бирмәмен, алып китер бер кеше. Әсә ҡыҙ ғынаһының күрмәлекле, күптәр күҙе төшөрлөк булып үҫеп етеүен юрап ҡына ҡалмай, уның бер генә кешегә тоғролоҡ һаҡлап ғаилә ҡорорға тейешлеген дә хәләл һөтө менән һеңдерә. Ҡарабаш турғай, тәҙ(е)рәне ҡуймай, һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай тигән үсекләмеш иһә кесе йәшенән үк ир балаларҙы ғаилә ҡора алмау хурлыҡ икәнлегенә инандырып үҫтерә.
Өйләнеүҙең мотлаҡлығы, тәртип-низамы мәҡәлдәрҙә ифрат тос әйтелгән:
Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа етмәҫ. Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ ял йыйыр, яман егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла иле булмаҫ.
Өйләнеү – көйләнеү.
Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.
Донъя күрке – йәр менән.
Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
Күреүебеҙсә, бер мәҡәл икенсеһен тулыландыра, көсәйтә, һәр кемгә “асҡыс” табырға мөмкинлек бирә, ә өйләнеү-өйләнмәү аҡыл бизмәне лә булып тора икән бит.
Ҡыҙ баланы яңғыҙ ҡалдырыу уғата тыйылған, уны ғаиләле итеү тағы ла яуаплыраҡ һаналып, өҫтәмә ҡәтғи талаптар ҡуйылған. Ғәҙәттә, уны бик йәшләй кейәүгә бирергә тырышҡандар, шуғалыр ҙа өгөтләү һүҙҙәре лә ниндәй нәзәкәтле:
Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.
Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
Хатта буласаҡ хәләле бик иш-йоп булмағанда ла инандырырлыҡ һүҙҙәрен тапҡандар:
Алама булһа ла ир яҡшы.
Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
Һүҙ ошо юҫыҡҡа күскәндә бер көләмәсте иҫегеҙгә төшөрөп китәйем әле.
Борон бит ололарҙан оялыу көслө булған, әлеге кеүек, “атай-әсәй, мин өйләндем, бына киленегеҙ” йәки хатта “бына кейәүегеҙ” тип ҡайтып төшөүҙәрҙе ҡанбабалар иң алама төшөндә лә күрмәгәндер. Бер егеттең, шулай, бик тә өйләнгеһе килгән, етмәһә, шым-шым ғына ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы ла бар икән, тик ата-әсәһенә нисек белдерергә белмәй йонсоған бахырың. Уйлаған-уйлаған да, ашарға саҡырылғас, һикелә үҙе гел ултыра торған урында йоҡлап ятҡан бесәйҙе:
- Ятма бында һуҙылып, еңгәң ултыраһы урынды биләп, - тип ҡыуып төшөргән, имеш, ти. Ата-әсәһе егеттең тел төбөн һиҙеп, шул көҙҙө үк башлы-күҙле итеп тә ҡуйған, ти, үҙен.
Өйләнгәндә мотлаҡ үтәлергә тейешле шартҡа ғаилә ҡороусыларҙың шәриғәткә ярашлы никахланыуы, ижәб уҡытыу инә, сөнки бүтән төрлө яҡынлыҡ – шайтанға, бары тик нәфсеңә хеҙмәт итеү, боҙоҡ ғәмәл, ә бындай берлектән донъяға килгән балалар уйнаштан тыуған тип иҫәпләнә.
Никах исламда иҫ киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: ул милләттең нигеҙен барлыҡҡа килтереүсе шарт, ә өйләнеүсе – милләтен һәм динен яратҡан шәхес: Күсле ил – көслө ил. Ижәпләнеү – ғәм алдында ғаилә өсөн яуаплылыҡ алыу, милләтте һәм үҙ барлығын дауам итеү өсөн эшләнгән фиҙаҡәр аҙым.
Ғаилә ҡороусы егет, ҡатын-ҡыҙ бурыстары, өйләнешкәс нимәләргә күҙҙе йоморға кәрәк – былар хаҡында киләһе һанда.

Гүзәл СИТДИҠОВА. Шоңҡар журналынан.

Читайте нас: