Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Август 2019, 19:17

Республикала бензинға хаҡ Рәсәйҙәгегә ҡарағанда түбәнерәк – статистика

Башҡортостанда нефть продукттарының хаҡы Рәсәйҙәгегә ҡарағанда түбәнерәк, тип белдерҙеләр Башстатта, аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә һылтанып.

Әле Рәсәйҙә автомобиль хужаларына 92-се бензиндың бер литры уртаса 42,22 һумға, 95-се — 45,62 һумға, 98-се — 51,23 һумға, дизель яғыулығы 46,14 һумға төшә.
Башҡортостанда АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензинға хаҡ, 22 июль менән сағыштырғанда, 0,1 процентҡа артҡан. Төбәктә уртаса хаҡ — 41,89 һәм 44,82 һум.
98-се бензин ошо ваҡытта 0,2 процентҡа ҡиммәтләнгән. Башҡортостанда уның уртаса хаҡы 49,84 һум тәшкил итә.
Дизель яғыулығының хаҡы аҙна эсендә элекке кимәлдә ҡалған – бер литры уртаса 45,44 һум тора. Башинформ.
Читайте нас: