Ауыл хужалығы предприятиеларының сығымдары 70% күләмендә субсидиялана. Был хаҡта Ауыл хужалығы министрлығында белдерҙеләр. Белгестәр республиканың төньяғы, төньяҡ-көнсығышы һәм төньяҡ-көнбайышы ғына өҫтәмә һуғарыуға мохтаж түгеллеген билдәләне.
Иң заманса һуғарыу системаларының береһе Ейәнсура районында «А7 Агро-РБ» компанияһы биләмәһендә ҡуйылған. Предприятие ошо маҡсатҡа 40 миллион субсидия алған. Сығымдарҙы ҡаплау килешеүенә ярашлы, компания экспортҡа эшләргә тейеш. «А7 Агро» сит илгә соя, кукуруз оҙатырға ниәтләй.
Рәсәйҙә яһалма һуғарыу майҙандарҙың 8% ҡулланыла. Сағыштырыу өсөн: Ҡытайҙа — 55%, АҠШ-та — 40%.Башинформ.