Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Август 2019, 19:15

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ямғырлы һәм һалҡын ял көндәре көтә

Ял көндәрендә ямғырлы һәм һалҡын һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

3 августа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 6-11, көндөҙ – 14-19 градус.
4 августа синоптиктар йәнә урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр вәғәҙәләй. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 6-11 градус, аяҙытҡанда 1 градусҡа тиклем. Көндөҙ – 16-21 градус. Башинформ.
Читайте нас: