Төп ролдәрҙе ете йәшлек Арыҫлан Ҡрымсурин менән туғыҙ йәшлек Марта Тимофеева башҡара. Малайҙы беҙ төрлө реклама роликтары аша белһәк, ҡыҙыҡай быға тиклем дә байтаҡ фильмдарҙа төшкән (“Время первых”, “Легенда о Коловрате”, “Кровавая барыня”, “Он — дракон”, “Оптимисты”, “Гоголь” һәм башҡалар).
Фильм Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Кинола өс телдә һөйләшәләр – башҡортса, урыҫса, украинса. Һуғыш осоро картиналарын тыуҙырыу өсөн авторҙар шул осор әйберҙәрен, кейемдәрен халыҡтан йыйған, музейҙар аша этник кейемдәрҙе тергеҙгән. Фильмда шулай уҡ Йософ Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Сулпан Әбдрәхимова, Рәүис Заһитов, Виталий Салий кеүек артистар ҙа ҡатнаша.
Кино махсус рәүештә Санкт-Петербургта, Плеста, Магаданда, Светлогорскиҙа, Ялтала, Туапсела – йәғни ил буйлап байтаҡ кинофестивалдәрҙә – күрһәтеләсәк.Башҡортостан гәзитенән.