Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 14:56

Өлгөлө табиплыҡ амбулаторияһы

Тәтер-Арыҫлан ауыл табиплыҡ амбулаторияһы ун йыл яңы бинала эшләй. Ул 2006 йылда төҙөлә башлай, ә бинаны 2009 йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышы алдынан ғына файҙаланыуға тапшыралар. Ул саҡта учреждениены башҡа дауаханаларға өлгөлө звено булараҡ күрһәтәләр. Бындай дәрәжәне амбулатория хеҙмәткәрҙәре бөгөн дә һаҡлап ҡалырға тырыша.

Элегерәк, ауыл табиплыҡ амбулаторияһы тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ күҙ алдына ошондай күренеш баҫа ине: «Мейесенә яғыла торған ағас бина, «ауыр» сирлеләргә арбала баралар, ә фельдшерҙар медицина препараттары тултырылған ауыр сумаҙандарын йөкмәп, батҡаҡ кисеп, резина итектәрҙә бара». Шул ваҡыттан алып күп нимә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, Тәтер-Арыҫлан ауыл табиплыҡ амбулаторияһы - быға лайыҡлы миҫал. Уның яҡты, иркен коридорҙарына, яҡшы йыһазландырылған кабинеттарына хатта ҡала поликлиникалары ла көнләшер ине тип уйлайым. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн шарттар яҡшы, әммә иң мөһим ҡаҙаныш һәм уңыш нигеҙе булып кешеләр тора. «Мин берәүҙе лә айырым билдәләп үтә алмайым, уларҙың барыһы ла шәп. Уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ», - ти коллективы тураһында Миңлегөл Ғилман ҡыҙы Аманова. Уға ошо подразделениеға етәкселек итеү ышанып тапшырылған, өҫтәүенә ул - табип-педиатр ҙа булып эшләй. Уның хеҙмәттәше, участка табип-терапевы Гөлнара Роберт ҡыҙы Сәмиғуллина өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Уларға шәфҡәт туташтары Зәлиә Бикмөхәмәтова менән Гөлфиә Арыҫланова ярҙамлаша. Улар барлығы 2470 кешене хеҙмәтләндерә. Амбулатория сменаға 150 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Тәтер-Арыҫлан ауылы халҡынан тыш, бында яҡын тирәләге Айҙарәле, Буҙат, Йәшергән, Айтуған һәм башҡа ауылдарҙан да пациенттарҙы ҡабул итәләр. Сирленең хәл-торошо тураһында тулы мәғлүмәт белеү өсөн клиник-диагностикалау лабораторияһы эшләй. Илһөйәр Сәләхова ҡан һәм бәүелдең дөйөм анализын яһай. Кешеләр көндөҙгө стационарҙа дауалана һәм сәләмәтлектәрен нығыта ала. Ул дүрт койкаға иҫәпләнгән. Процедура шәфҡәт туташтары Рима Шәрипова менән Гөлсинә Ишниязова табип тәғәйенләгән дауалауҙы профессиональ кимәлдә башҡара. Укол һәм системаларҙан тыш, пациенттарҙың физиотерапия кабинетында процедуралар алыу мөмкинлеге бар. Ауылда акушерһыҙ ҙа булмай! Светлана Арыҫланова йөклө ҡатындарҙы күҙәтеү аҫтында тота һәм профилактик саралар үткәрә. Теш технигы Фәим Ғәләүетдинов урындағы һәм ситтән килгәндәрҙән дә тик яҡшы баһалар ишетә. Яҡшы белгес, кешеләргә ҡарата изгелекле һәм ярҙамсыл кеше, тиҙәр уның тураһында. Уның стоматология кабинетында заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Амбулатория хеҙмәткәрҙәре эштәрен сифатлы, тулы күләмдә башҡарып өйрәнгән, бының өсөн уларға йыш ҡына кисен дә ҡалып эшләргә тура килә.

Ауыл медицина хеҙмәткәренең эш үҙенсәлеге шунда, бер пациентҡа барғанда ул ғаиләнең башҡа ағзаларын да ҡарарға тырыша. Водитель Альфред Ишниязов ашығыс саҡыртыуҙарға ваҡытында барып етергә ярҙам итә. Амбулаторияла машина булыу хеҙмәтләндереү сифатын күпкә яҡшырта, медицина ярҙамын ҡулай һәм мобиль яһай. Ҡайһы саҡ кешенең ғүмере табиптың ярҙамға ни тиклем тиҙерәк килеп етеүенә бәйле. Ауылда бөтәһе лә бер-береһен белә. Табиптар ҙа үҙ участкаһында йәшәүселәрҙең сәләмәтлек торошон белеп тора. Шуға күрә улар алдында яуаплылыҡ та көслө.

Кәрәк булһа, амбулатория табиптары сирлеләрҙе район йәки ҡала дауаханаларының белгестәренә ебәрә. Хәҙер был берҙәм мәғлүмәт медицина системаһы ярҙамында мөмкин, уның буйынса алдан яҙылып була. Ауыл халҡына йүнәлтмә өсөн үҙәк район дауаханаһына барырға һәм кабинеттан кабинетҡа йөрөп, документтар йыйырға кәрәкмәй. Аптеканың эшләүе лә уларҙың тормошон еңеләйтә, был табипҡа ҡабул итеүгә килеп, урында кәрәкле дарыуҙар һатып ала алған кешеләргә бик мөһим.

Тәтер-Арыҫлан амбулаторияһы - үҙенең йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системаһы һәм канализацияһы булған тулыһынса автономлы дауахана ҡаласығы. Территорияны төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылыуы күренеп тора. Әйткәндәй, участка дауаханаһының элекке бинаһы торлаҡ йортҡа реконструкцияланған - амбулатория хеҙмәткәрҙәре шунан фатир алған. Шулай итеп, медицина хеҙмәткәрҙәренең дә фатир мәсьәләһе хәл ителгән.

Ауылда медицина ярҙамы ҡулайлығы һәм сифаты тураһында халыҡ фекерен анализлап, медицина хеҙмәткәрҙәренең күбеһе күңел ҡушыуы буйынса эшләй, һөнәрҙәре һәм һайлаған тормошо менән ғорурлана, тип әйтергә мөмкин. Уларҙың күпселек өлөшө, бер нимәгә ҡарамаҫтан, көслө рухлы, сит кешеләрҙең ҡайғыһына һәм сиренә битараф түгел. Һәм ысын медицина хеҙмәткәре кемдер ярҙамға мохтаж булғанда бер ваҡытта ла йоҡламай.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: