Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 15:11

Кәзә тәкәһе ни өсөн туҡмалған?

Был хәл Өфө ҡалаһындағы “Ҡояшлы” пляжында булған. Бер ир кәзә тәкәһен ҡот осҡос итеп типкесләгән. Ә бының сәбәбе, беләһегеҙме, нимәлә?

Юҡ, башығыҙға ла килмәҫ. Бер ҡап чипсыҙа. Был хәлгә шаһит булғандар иргә ҡарата полицияға ғариҙа яҙып бирергә уйлаған.


Баҡтиһәң, кәзә яҡындағы шәхси йорттарҙа йәшәгән бер хужаныҡы икән. Ул йыш ҡына пляжға килергә ғәҙәтләнгән, ял итеүселәр уға ризыҡ биргән. Ошоға рәхмәт әйтеп, малҡай кешеләр менән уйнаған, уларға һыйынырға яратҡан.


Был юлы ла ул пляждағы ҡыҙҙарҙан чипсы “һораған”. Ә был ваҡытта балаларҙың атаһы һыу ингән. Ул, кәзәне күреп, һыуҙан тиҙ генә сыға ла бахыр малҡайҙы типкесләй башлай. Тегенеһе хатта йығылып киткән, шунан пляждан сығып ҡасҡан.

Бына хәҙер уйлағыҙ инде: был осраҡта кем хайуан? Кәзәме, әллә ирме? Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас в