Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 15:05

Баланың 526 артыҡ тешен һурғандар...

Кешенең нисә теше була? Шул да булдымы һорау, тип аптырарһығыҙ.

Һиндостандың Ченнай ҡалаһында йәшәгән ете йәшлек малайҙың күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, 526 теше булыуы асыҡланған. Яңыраҡ Стоматология институтында уның артыҡ тештәрен алған.


Ете йәшлек малайҙың ата-әсәһе табиптарға улдарының аҫҡы теш ҡаҙнаһының уң яғында үҫкән шешкә зарланып мөрәжәғәт итә. Табиптар рентген үткәреп, компьютер томографияһы процедуралары ярҙамында балала бәләкәй рудимент тештәр менән тулған шештәрҙе асыҡлай.


Операция бер сәғәт ярым дауам итә, медиктар йәш пациенттың теш ҡаҙнаһынан 200 грамм ауырлыҡтағы өлөштө ҡырҡып алып ташлаған.


Әле ете йәшлек малайҙың ауыҙ ҡыуышлығында 21 теш ҡалған, быны табиптар нормаль хәл тип билдәләй. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: