Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 12:58

Балаларға – бушлай һөт

Мәғлүм булыуынса, 1 августан Өфө районы балаларын һөт кухняһы тауарҙары менән тәьмин итеү башланды.

Дөйөм алғанда, льготалы категорияға ҡараған өс йәшкә тиклемге 323 бала һөт ризыҡтары менән бушлай файҙалана аласаҡ. Ҡалғандар өсөн дә һөт кухняһының ишеге асыҡ: йәнең теләгән ризыҡты һатып алырға мөмкин.

– Өфө районында йәшәгән балалар өсөн ошондай мөмкинлек Стәрлетамаҡта һөт фабрика-кухняһы асылғанға күрә барлыҡҡа килде. Дөйөм алғанда, тап ошо ҡалала балалар өсөн етештерелгән сифатлы һәм файҙалы ризыҡтар менән республикала 2,5 мең бала тәьмин ителәсәк, – ти Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Гусев.

Баш ҡалала һөт ризыҡтарын түбәндәге адрестар буйынса алырға мөмкин:

— 1-се һөт кухняһы (Кувыкин урамы, 14/2), шаршамбы, йома көндәрендә, 12 – 15 сәғәттәрҙә;

— 1-се балалар поликлиникаһы (Правда урамы, 20), дүшәмбе, кесаҙна көндәрендә, 12 – 15 сәғәттәрҙә;

— 2-се һөт кухняһы (СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 46/1), дүшәмбе, кесаҙна көндәрендә, 08.30 – 15.30 сәғәттәрҙә;

— 3-сө һөт кухняһы (Ферин урамы, 12) шишәмбе, йома көндәрендә, 12 – 15 сәғәттәрҙә.

"Бшинформ".
Читайте нас: