Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 16:02

Йәнгә тейҙе был плакат... Кәрәкме ул?

Өфөләге йорттарҙың береһенә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре элгән плакат күптәргә оҡшамаған. Халыҡтың иғтибарын үҙенә тартып торған ҡыҙыл төҫтәге баннерҙағы һүҙҙәр кемдең күңеленә ятһын?!

“Улар беҙҙең иҫәпкә йәшәй!” тигән һүҙҙәрҙең аҫтына бурыслыларҙың фатир номерҙары яҙылған. Күптәр бындай кәмһетеүле һүҙҙәрҙе хупламай, тормошта төрлө ҡатмарлы хәлдәр тыуыуы ихтимал тип иҫәпләй. Кемдер плакат элеүселәрҙе судҡа бирергә тәҡдим итә. ”Ул саҡта ришәүәт алыусыларҙы ла, миллиардтар урлаусыларҙы ла баннерға яҙып элергә кәрәк! “- тип әйтеүселәр ҙә бар. Был ысулды торлаҡ- коммуналь хеҙмәте күрһәтеүселәр күптәндән ҡуллана, әммә өфөләр бурыслылар менән бындай көрәш алымын өнәмәй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: