Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 11:13

САТАНЛАҒАН БӘХЕТ (ХИКӘЙӘ)

– Рәйсә, ирең Гөлсөмгә эйәләгән!– Рәйсә, иреңдең машинаһында көнө буйы Гөлсөм ултырып йөрөнө.– Рәйсә, иреңде теҙгенләр инең.

Көн дә ошондай һүҙҙәр ишетеүгә аптырап бөттөм инде. Ниңә бөтәһе лә алдай әле. Садиҡ хыянат итә, имеш. Кисә генә әхирәтемдә матур итеп ҡунаҡ булып ҡайттыҡ. Унан алдағы көндә башмаҡ һуйып, икәүләп баҙарға алып барып һаттыҡ. Минең эргәмдән бер ҡайҙа ла китмәнесе... Аптырайым был кешеләргә. Йөрәккә ут һалырға ғына торалар. Әллә көнләшәләр... Улай тиһәң, бер ҙә генә көнләшерлек урын тапмайым. Ябай ғына бер ауыл кешеләре инде. Үҙ көсөбөҙ менән өй һалып индек. Уныһы ла 3–4 йылға һуҙылып китте. Машина алдыҡ, балаларҙы уҡыттыҡ, туйҙар яһаныҡ. Башҡаларҙан бер генә артыҡ та, кәм дә урыныбыҙ юҡ. Бына бөгөн дә эшкә йүгерәм. Ирем мал ҡарар ҙа күршеләргә бесән сабышырға барыр. Иртән үк тракторында соҡоноп ҡалды. Бесән ваҡытында тырышып ҡалмаһаң, ир-атҡа ауылда бик эш юҡ шул.

Көн ниндәй матур бөгөн! Ҡояш ҡалҡып үҙенең аяуһыҙ эҫе нурҙарын ергә ҡаҙап өлгөрмәгән. Тирә-яҡта ҡоштар һайрай, ауыл көтөүе лә алыҫҡа китмәгән әле, күрәһең. Яҡында ғына мал мөңрәгәне ишетелә. Күңелемә шундай яҡын тауыштар. Симфонияң да, серенадаларың да ары торһон. Төнө лә ниндәй булды бөгөн! Йәш ҡыҙҙар кеүек хис итәм үҙемде. Садиҡ йәш саҡтағы кеүек наҙлы, иғтибарлы булып китте һуңғы айҙарҙа. Ул мине ярата, мин дә бик һөйәм ҡәҙерлемде. Йәш саҡтағы кеүек, төндәр буйы ҡуйынында иркәләнеп ятам. Кешеләр ҡыҙыҡ инде: кемде булһа ла һөйләргә генә торалар.

Педучилище тамамлаған йылым ине. Шоферлыҡҡа уҡып йөрөгән Садиҡ мине үҙенә ғашиҡ иттерҙе лә йоҡоларымдан яҙҙырҙы. Бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң әсәләренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бына таныш түгел ауылда автобус туҡтаны, мин ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына төшөп ҡалдым, тирә-яғыма ҡарандым. Йә, Хоҙай! Ҡулдарына сәскәләр бәйләме тотҡан Садиҡ ҡаршыма йүгерә:

– Рәйсә! Мин һине бәхетле итергә теләйем! Әйҙә минең менән! – тине. Шатланып уның янынан атлайым, үҙем оялам.

– Рәйсә, оялма ла, ҡурҡма ла, беҙ бит бәхетебеҙгә табан китеп барабыҙ, – тигәйне Садиҡ.

Шундай бәхеттең, мөхәббәттең уҡаһы ҡойола буламы?! Йә көнләшеп, йә күҙҙәре ҡыҙып юҡ-бар хәбәр тараталар шулай. Минең бер кемдә лә эшем юҡ. Иртәнсәк тороп балалар баҡсаһына эшкә йүгерәм, ҡайтһам йорт эштәренә сумам. Кистәрен бәйләмем көтөп тора. Яңынан-яңы биҙәктәр өйрәнәм, уларҙы ҡулланып яҡындарыма бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп кейҙерәм. Ошо уйҙарым менән балалар баҡсаһының ишегенә тотонам. Онотолдо бөтә ҡайғыларым, ауыр уйҙарым! Кескәйҙәр яныма йүгереп килде! Тәтелдәп һүҙҙәре бөтмәй, уйнап уйындары туҡтамай. Ниндәй һәйбәт һөнәр эйәһе әле мин. Күңелем шатлыҡ менән тула. Ихласлап эшләгәс, арыған да беленмәй.

Көн бигерәк матур үтте бөгөн. Талпынып өйөмә ҡайтып барам. Садиҡ көнө буйы ҡырҙа бесән сабып йөрөһә, ҡош-ҡорт астыр инде, уларҙы ашатырға кәрәк. Кискелеккә Садиғыма берәй тәмлекәс бешерермен. Кис еткәнсе баҡсама һыу һибеп өлгөрһәм, мал ҡайта. Һыйыр һауып, быҙау эсереп, һөт әйләндерәһе генә ҡала...

Бәй... Ни булған? Ишек алдында төйөнсөктәр тора, минең әйберҙәргә оҡшаған... Өйҙән Садиҡ сығып килә. Тракторы ҡайҙа икән?

– Садиҡ, әлдә һин өйҙә икәнһең, был нимә ул? Ниңә минең әйберҙәр тышта ята, “генеральная уборка” эшләп йөрөйһөңмө әллә? – тип һорайым. – Ошо араларҙа өй йыуырға ла иҫәп бар ине. Ҡалай һәйбәт иткәнһең.

Садиҡтың йөҙө үҙгәреп китте, уның артынан Гөлсөм күренде. Бәй-бәй, был ни хәл? Башым әйләнеп китте. Бер нисә көн элек ишетелгән хәбәрҙәр дөрөҫ булдымы икән әллә? Башым әйләнеүҙән, ҡапыл тамағым кибеүҙән һүҙ әйтә алмай шаңҡып ҡалдым. Гөлсөм, Гөлсөм. Кем һуң әле һин? Хәлем бөтөп тупһаға сүгәләнем. Садиҡ минең алдыма Гөлсөмдө етәкләп килеп баҫты. Уныһы иремдең муйынына аҫылынған.

– Рәйсә, һине яратмай башлағаныма байтаҡ айҙар инде. Ғәфү ит. Гөлсөмгә күптән ғашиҡмын. Уны ла, мине лә ғәйепләмә. Һине яратып өйләнмәнем. Тәүҙә өйрәнермен тинем, һуңынан балалар хаҡына түҙҙем. Хәҙер улар үҙ аллы, аңларҙар, яратҡан кешем менән йәшәргә рөхсәт ит. Асыуланма инде, һин дә бәхетле бул. Бәхетеңде эҙлә, тап, – тине Садиҡ. Тыныс әйтте, ярһыманы. Әллә ул булманымы? Юҡ, был мин түгел. Икенсе кешенең яҙмышы тураһында кино ҡарап ултырам. Ҡалай ҡыҙғаныс фильм! Хәҙер кино бөтөр...

Садиҡ минең ҡулыма ҡағыла. “Әйҙә, апайыңдарға алып барам. Улар һине көтә”. Аңыма килә алмайым. Өнһөҙ генә иремдең артынан эйәрәм.

– Туҡта, ни эшләп бында ят ҡатын баҫып тора, өйҙө бикләмәй китәбеҙме ни?

Мин ашығып сумкамдан асҡыс сығара башланым.

– Рәйсә, мин өйҙөң йоҙағын алмаштырҙым, хәҙер һин бында ҡайтып йөрөмә. Тәүге мәлдә апайыңдарҙа тороп торорһоң, һуңынан донъяны бүлешербеҙ, һин үҙеңә йорт табырһың әле, йә икенсе кешегә кейәүгә сығырһың.

Ниндәй кейәү, ниндәй өй бүлешеү? Аяҡ аҫтында ер уйыла бара, уйыла бара, ә күктә ҡояш түп-түңәрәк. Һаман түңәрәк. Тәнем дә мамыҡ кеүек кенә...


– Садиҡ! Һин ҡайҙа?

– Рәйсә, һеңлем, уян инде. – Апайымдың тауышын ишетәм. Апайымдарҙа ятам, имеш. Ирем ҡайҙа һуң? Ниңә мин бында?

– Апай, Садиҡ ҡайҙа?

– Ул ҡайтып китте?

– Ҡайҙа?

– Өйөгөҙгә.

– Ә мин нишләп бында?

– Рәйсә, һеңлем, тыңла мине.

Апайым һөйләй, ә мин, хыялый ҡыҙыҡай, кемдеңдер бәхетһеҙ тормошо тураһында хикәйә тыңлайым. Уф, арыным, ҡайтам. Йүгереп тышҡа сыҡтым, төн ҡалай йылы.

Апайым аптырап тороп ҡалды, мин өйөбөҙ яғына йүгерҙем. Бына таныш ҡапҡа, йәндәй күргән йортобоҙ, балҡып ултырған сәскәләр, йомарт баҡса. Өй ишеген тартам. Эстән бикле.

– Уй, Хоҙайым, ни эшләп бикле? Әллә, ысынлап та, Садиғым шул Гөлсөм менәнме? Көндөҙгө ваҡиғалар төш кенә булманымы ни?

Шылтырлап ишек асылды, тупһала Садиғым хасил булды. Мин уны ҡосаҡлап алдым, эҫе тынын тойоп ҡына өлгөрҙөм. Ул мине ныҡ итеп этеп ебәрҙе лә ишек тотҡаһына үрелде. Ә мин иҙәнгә ҡолаған еремдән тора алмай ыҙаланам. Ай! Аяғым ҡалай ауырта, баҫып та булмай. Шыуышып тупһаға сығып ултырҙым һәм илап ебәрҙем. Күҙ йәштәрем ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты. Минең ҡәҙерлем икенсе ҡатын менән өйҙә йоҡлай, ә мин тупһала илап ултырам. Юҡ! Етте! Мин үҙемдекен бер кемгә лә бирмәйем! Садиҡ – законлы ирем, ике баламдың атаһы! Таң атыу менән улдарымды саҡырып ҡайтарам, ох, хәҙер Гөлсөмдөң сәстәрен бөртөкләйем! Тороп баҫып өйгә ынтылыуым булды, күҙҙәремә ут көлтәһе күренде, аяғымдың сикһеҙ ауыртыуына түҙә алмай ҡысҡырып ебәрҙем. Тағы өй ишеге асылды. Был юлы Садиҡ Гөлсөм менән бергә килеп сыҡты һәм мине торғоҙорға кереште. Ниндәй яҡын, йылы ҡулдар. Минең иремдең, егерме йыл бергә донъя көткән, балаларымды һөйгән, үҙемде иркәләгән ҡәҙерле ҡулдар.

– Садиҡ, аяғым... – тип кенә өйтә алдым, тағы күҙ йәштәренә быуылдым.

– Бисәңдең аяғы һынғандыр, скорый саҡырт, уны больницаға оҙатҡас, килеп алырһың, – тип Гөлсөм сығып китте. Ике аҙымдай атлағас, башын борҙо. – Һе, кире ҡайтып йөрөмәй тигән була, ир бул.

Ысынлап та, аяғым һынған булып сыҡты. Садиҡ этеп ебәргәс, ныҡ ҡолағайным шул. Операция кәрәк булды. Ярай әле улдарым ҡайтты, апайым янымда булды. Садиғым, егерме йыл бергә йәшәгән Садиғым, балаларымдың атаһы булған Садиғым дауаханаға бер ҙә килеп ураманы. Телефондан шылтыратһам, яуап бирмәне.

Гөлсөм, Гөлсөм... Күрше ауыл ҡыҙы Гөлсөм урланы минең бәхетемде. Йәштән үк ауылдан сығып китеп ҡайҙалыр эшләп йөрөй ине, шикелле. Балалары ситтә йәшәй. Ауылда туған-ырыуы ла ҡалмаған, буғай. Мине уның яҙмышы ла, үҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, тик йөрәгем әрнеүенә түҙә алмайым. Ни эшләп мине яратҡан ирем кәрәкмәгән әйбер кеүек сығарып ташланы? Ҡайҙа хаталандым, ни эшләп ғаиләм тарҡалды һуң әле? Һорауҙар күп, яуап биреүе ҡыйын.

Ваҡыт – иң яҡшы дарыу, тиҙәр бит. Мин дә һауығып аяҡҡа баҫтым. Тик аҙыраҡ сатанлап атлайым. Тағы ла бер ҡиммәтле операция кәрәк тә бит, кеҫә яғы таҡырыраҡ. Уландарым янына ҡалаға китеп, фатир “снимать” итеп йәшәй башланым. Үҙемә күрә эше лә табылды. Тик һаман ҡорған донъямды, Садиғымды онота алмайым. Улдарым да аталарынан әллә алыҫлаша башланы инде, уның тураһында һөйләмәйҙәр, шылтыратып та хәлен белешмәйҙәр.

– Атайығыҙ бит, күңел өсөн генә булһа ла бер ауыҙ һүҙҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ, – тигән булам да.

– Һөйләшерһең һөйләшмәй, теге ҡатын ала бит телефонын, өйҙә юҡ тип алдай тағы ла... – тигәстәре, өндәшмәйем хәҙер.

...Көндәрҙән бер көн ҡапыл фатир ишеге төбөндә Садиғым пәйҙә булды. Йөҙө ағарынып киткән, кейгән кейеме лә ҡарарлыҡ түгел. Һүтелгән ерҙәренән ептәре һәлберәп тора, ботинкаһы ла “асыҡҡан”. Ғәфү үтенеп, кире ҡайтыуымды һорап килгәйне ул.

– Рәйсәм, ғәфү итә алһаң, ғәфү ит мине, зинһар. Һинең алдыңда ғәйебем ҙур, аңлайым. Тик һинһеҙ йәшәй алмайым. Гөлсөм менән үткәргән айҙар ҡурҡыныс төш булып тороп ҡалды. Ғүмерем буйы бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәм.

Аталары ҡайтып китеүгә бер нисә сәғәт тә үтмәне, оло улым менән киленем хәл белергә килде.

– Әсәй, һин һөйләмәһәң дә белеп торабыҙ. Атай беҙҙең рөхсәт менән генә ишегеңде шаҡый алды. Сөнки упҡынға төшөп барған еренән ҡустым менән беҙ алып ҡалдыҡ. Гөлсөм менән бергәләп эсеп, донъя туҙҙыра башлағандар ине инде. Ул ҡатын боҙоҡ юлдан йөрөгән, уға ҡыҙҙары ла эйәргән булып сыҡты. Күмәкләп беҙ үҫкән өйҙә, һин гөлдәй итеп тәрбиәләп тотҡан өйҙә шайтан туйы ҡороп ятҡандарында ҡыуып ҡайтарҙыҡ. Атай ҙа яңылышҡанын аңланы, ысын күңелдән үкенде. Ваҡыты етмәйенсә һиңә уны әйтмәй торҙоҡ.

Тағы күҙ йәштәремә быуылдым. Күңелдең ҡайһылыр ерендә күҙгә күренмәҫ ептәр шартлап өҙөлгәндәй булды. Йөрәктә әллә үкенес, әллә шатлыҡ тойғолары һикереште. Йөрәк ҡушыуынамы, аҡыл бойороуынамы буйһона алмай аптырап ҡалдым. Улдарымдың һәм киленемдең ололарса аҡылына, мине ҡайғыртып йөрөүҙәренә ысын күңелемдән һоҡландым.

Бер нисә көндән аталары тағы килде. Ҡулымдан тотоп, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап: “Ҡайтайыҡ”, – тине. Һағыныуым көслө булдымы, әллә яратыуым еңдеме – Садиғым менән ауылға ҡайтырға булдым. Үҙем ҡорған оям тартты, шикелле. Тик ҡалала бер аҙ эштәрем булғанға Садиҡ алданыраҡ ҡайтып китте.

Бына нисәмә йылдар килен булып йәшәгән ауылыма автобус менән тағы ҡайтып төштөм. Ҡаршыма Садиғым йүгерә. Ҡулдарында – сәскәләр. Хас та егерме йыл элек булған кеүек.

– Рәйсәм, ҡәҙерлем, әйҙә бәхетебеҙгә ҡарай атлайыҡ, башҡа бер кем дә беҙгә ҡамасауламаҫ, – тине ул. Яңынан бәхетле булырға өмөтләнеп ирем менән ҡушарлап атланым. Тик был юлы инде сатанлап...

"Шоңҡар" журналынан.


Читайте нас: