Баш ҡала хакимиәте тарихи үҙәктәге бер нисә кварталды үҙгәртеү өсөн “Текта Про” һәм “Прогресс” йәмғиәттәренә проект эшләргә заказ бирҙе. Был фирмаларҙың тәүгеһе Өфөнөң Мәжит Ғафури, Коммунистик, Солтанов һәм Свердлов урамдары сикләгән 7,2 гектар майҙанлы биҫтәне эшкәртәсәк, икенсеһе Әхмәтов, Шмидт һәм Рычков урамдары менән сикләнгән 19,4 гектар майҙанлы ике кварталды үҙгәртеп ҡороу менән шөғөлләнәсәк. Уларҙа яңы торлаҡ комплекстары ҡалҡасаҡ.