Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 16:04

Блогермы, фәхишәме?

Мәскәүҙә блогер ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә үлтереүҙәре, уның кәүҙәһен сумаҙанға һалып, фатирҙа ҡалдырыуҙары хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне инде. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған Максим Гәрәевты ҡулға алғанлығы, уның Башҡортостанда тыуып Силәбелә үҫеүе, әлеге ваҡытта Котельники ҡалаһында йәшәүе, уның менән тәфтиш эштәре алып барылыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр енәйәт береһенән-береһе йәмһеҙ факттарҙы фаш итә.

Екатерина Карагланованы социаль селтәрҙәрҙә бьюти-блог алып барған, күп сәйәхәт иткән, тәьҫораттары менән бүлешкән, шул уҡ ваҡытта юғары белемле табип булырға әҙерләнгән шәхес итеп беләләр. Әле иһә уның бәйһеҙ енси тормош алып барыуы, бай ирҙәр менән фәҡәт аҡса өсөн енси осрашыуҙар ойоштороуы асыҡланған. Тап ошо шөғөлө уны һәләкәткә килтергән дә. Максим Гәрәев әйтеүенсә, былтыр ул Екатерина менән интернет аша танышып, енси осрашыуға килгән. Быйылғы осрашыу өсөн иһә ҡыҙ 50 мең һум аҡса һораған, уны “ярлы һәм йәмһеҙ” тип кәмһеткән. Тышҡы ҡиәфәтенән тартынған, уны ипкә килтереү өсөн косметик операциялар яһатҡан ирҙе был сығарынан-сығарған, шуға ла ул Екатеринаның ғүмерен ҡыйған, имеш. Әйткәндәй, мәрхүмә лә тап косметик операциялар ярҙамында ҡәҙимге ҡыҙҙан һылыуҡайға әйләнгәне мәғлүм.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: