Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 10:42

Башҡортостанды ниңә төтөн баҫты?

Июндең урталарынан интернет селтәре “Себер урмандары яна!” тип оран һалған яҙыуҙар менән тулды. Иркутск өлкәһендә, Красноярск крайында, Бүрәт, Саха (Якут) республикаларында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Янғын 2,7 миллион гектар ерҙе ялмап алған. Ут сығыуҙың сәбәбе – йәшен атыу, тип белдерҙе Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары министры. Бөгөн уттан зыян күреүселәр юҡ, тип тә өҫтәне ул.

Быйыл Иркутск өлкәһенә икеләтә ауырға төштө: һыу баҫыуҙан халыҡ айнып өлгөрмәне, урман янғындары башланды һәм тирә-яҡты төтөн еҫе баҫты. Иркутск өлкәһенән белдереүҙәренсә, тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төтөн еҫе күпселек районды баҫып алған, кешеләр баш ауыртыуына зарлана, бер нисә ҡат марлянан тегелгән һыулы битлек тағып йөрөргә мәжбүрҙәр.


“Утты һүндермәйҙәр!” тип яр һала урындағы халыҡ. Был, әлбиттә, дөрөҫлөккә тап килмәй. Ут һүндереүселәр менән бергә үҙ ирке менән ябай халыҡ та янғынға ҡаршы көрәшә. Ҡайһы бер ерҙәргә техника барып етә алмай – урман яныуын дауам итә. Янғындан таралған төтөн еҫе меңәр саҡрымдарға һуҙылған, ул хатта беҙҙең Башҡортостанда ла һиҙелә. Ҡайһы бер көндәрҙә ҡояшты һәм күк йөҙөн зәңгәрһыу япма ҡаплай, тын алыуы ауырлаша.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та был турала үҙ фекерен белдерҙе: ”Себерҙә янғындар дауам итә, өс миллион гектарҙа урман яна, унар меңләп ҡош-ҡорт, йәнлек ҡырыла. Был – ҡурҡыныс хәл һәм бөтә донъя кимәлендәге фажиғә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, власть бер нимә лә эшләмәй”.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: vk.com
Читайте нас: