Беренсе урында Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе тора. Унда 29,5 мең ғаилә бөтәһе 123,64 миллиард һум күләмендә (былтырғыға ҡарағанда 13 процентҡа кәм) торлаҡ кредиты алған. Икенсе урында булған Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Ленинград өлкәһендә 13,77 мең ғаилә бөтәһе 39,33 миллиард һум күләмендә (былтырғыға ҡарғанда 21 процентҡа кәм) бурыс алған.
Башҡортостанда кредитты 9, 05 мең кеше алһа, уның дөйөм күләме 16,63 миллард һум тәшкил иткән. Әйткәндәй, тәүге ун төбәк араһынан республикала ғына ипотекаға фатир алған кешеләр һанының артыуы күҙәтелгән. Башҡортостан гәзитенән.