Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 11:00

13 этте фатирында аҫраған

Был хәл Өфө районының Дим биҫтәһендә булған. 43 йәшлек ҡатын фатирында 13 эт аҫраған. Етмәһә, ул хайуандарҙы бөтөнләй ҡарамаған. Шуға уларҙың насар еҫенән ҡатындың ошо фатирҙа йәшәгән атаһы менән ағаһы, күрше-тирә йонсоған.

Фатир аҫтында ҡорамалдар магазины урынлашҡан. Уның хужаһы ла был эттәрҙең насар еҫенән ялҡып бөткән икән. Бер йыл элек магазин түшәменән эттәрҙең хәжәте ағып төшкән. Уны ремонтау өсөн киткән сығымды ҡаплауға эшҡыуар суд аша компенсация алыуға өлгәшкән.


Суд ҡарары буйынса ҡатындың эттәрен фатирҙан ҡыуғандар, әммә ул тағы хайуандарҙы килтерә башлаған. Һөҙөмтәлә түшәмдә йәнә “эҙҙәр” барлыҡҡа килгән.


Ошо көндәрҙә ҡатын ете этен, алты көсөгөн фатирынан алып киткән. Уға фатирҙа хайуандар тотоу тыйылған.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: ufacity.ru
Читайте нас: