Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Июль 2019, 14:30

Татыу парҙар ниңә бер-бер артлы вафат була?

Һиҙгәнһегеҙҙер, оҙон-оҙаҡ бергә татыу йәшәгән парҙар, ғәҙәттә, бер-бер артлы был донъянан китә.

Быға “ҡыйратылған йөрәк” сәбәпсе икән. Хәҙер был – медицина термины. Ошо “Такоцубо кардиомиопатияһы” диагнозы хаҡында беренсе тапҡыр Япония ғалимы Хикару Сато яҙған. “Такоцубо” һүҙе “һигеҙаяҡ тоҙағы” тигән мәғәнәне аңлата. Баҡтиһәң, ошо тоҙаҡ үҙенең формаһы менән нәҙек генә муйынлы көршәкте хәтерләтә. “Ҡыйратылған йөрәк” синдромы эләккәндәрҙең “моторы” ла тап ошондай рәүешкә инә.


Донъя ғалимдары был диагноз хаҡында асыҡ ҡына бер нимә лә әйтә алмай. Бары көслө хис-тойғо һөҙөмтәһендә ҡанға адреналин күберәк бүленә, ти.


Шуға бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып, эргә-тирәләгеләрҙе шатландырып, зарланып ултырмай, киреһенсә, дәртләнеп эшләргә, йәшәргә кәрәк. Был осраҡта төрлө сирҙәр һәр кемде урап үтер.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: