Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Июль 2019, 16:19

Мигранттар шаша...

Германия мигранттар ағымынан тамам туйҙы булһа кәрәк. Ә Майндағы Франкфурт вокзалындағы хәл халыҡты сығырҙан сығарҙы.

Бер ир кеше юғары тиҙлек менән килгән поезд юлына эргәһендә торған һигеҙ йәшлек малайҙы төртөп төшөрә. Ҡырҡ йәшлек әсәне лә платформаға бәреп һуҡмаҡсы була, әммә килеп сыҡмай.


Енәйәтсе халыҡ араһына инеп йәшеренергә тырышһа ла, уны тоталар. Ирҙең Эритреянан күсеп килгән мигрант икәнен асыҡлайҙар.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һигеҙ йәшлек бала һәләк була. Был вокзал – Германиялағы иң көсөргәнешле, халыҡ күп йөрөгән урындарҙың береһе.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: