Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Июль 2019, 14:25

Үлем язаһы көтә

Ирандың баш ҡалаһы Тегерандың элекке мэры һәм вице-президенты Мөхәммәд Али Нәжафи үлем язаһына хөкөм ителгән.

Билдәле шәхестең ғәйебе нимәлә һуң? Хәтерегеҙҙә булһа, май аҙағында уның ҡатынын атып үлтереүе хаҡында хәбәр ишетелгәйне. Бер аҙҙан ир полицияға үҙе килә һәм ғәйебе хаҡында хәбәр итә.

Әйткәндәй, Мөхәммәд Али Нәжафи бығаса мәғариф министры ла, Ирандың юғары белем биреү министрлығына ла етәксе булған. Ҡасандыр үҙе тәрбиә, әхлаҡ, именлек хаҡында һүҙ алып барған кешенең ошондай аҙымға барыуы, ҡыҙғаныс, әлбиттә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: