Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Июль 2019, 14:28

Ишекте асҡас, аптырауҙан һушың китмәһен...

Пенсионер Валентина Сергеевна Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә Марат урамындағы 75-се йортта йәшәй. Бер көн уға әкиәт геройы Кеше-үрмәксе ҡиәфәтендәге берәү килеп ингәс, оло йәштәге ҡатын аптырап ҡала.

Уның кешеләргә ярҙам иткән супергерой икәнен ишеткәс: "Мин ундайҙарға кире ҡараштамын", - тип шик белдерә.

Ә Кеше-үрмәксе ҡулына балта алып, утын ярып бирә. "Мин былай ғына ярҙам итәм. Кешеләрҙең йылмайғанын күреүе рәхәт", - ти егет. Үҙе битлектә һәм әкиәт геройы кейемендә, исемен әйтмәй.

Пенсионерға хәйриә фондынан Руслан Бәҙретдинов та килә. Ул әбейгә аҙыҡ-түлек килтерә. Оло кешенең ауыр хәле тураһында ул социаль селтәрҙән белә.

Валентина Сергеевна хәҙер йортоноң түбәһен яңыртып бирерлек супергеройҙарҙы көтә, сөнки ярҙам итерҙәй ғаиләһе һәм балалары юҡ шул.

Бына шундай изге күңелле егет бар баш ҡалала. Әҙме ни ярҙамға мохтаж өлкәндәр. Берәй көн урамда Кеше-үрмәксене күреп ҡалһағыҙ, аптырамағыҙ... Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: