Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 12:29

Земфираның «Мерседес»ына ла тынғы юҡ

Фанаттар тик ятмай. Шуларҙың береһе йырсының автомобиле тәҙрәһен ватып, уның иғтибарын яуларға булған. Земфира төндә ошо хаҡта полицияға мөрәжәғәт иткән.

Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре 35 йәшлек тәртип боҙоусыны ҡулға ала. Йөк ташыусы булып эшләгән ир ғәйебен таный, үҙенең кумирының иғтибарын йәлеп итеү өсөн ошо аҙымға барыуын әйтә.

Әле енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә. Иргә 40 мең һумға тиклем суммаға штраф һалыуҙары мөмкин. Был статья буйынса иң ҙур яза - ике йылға иректән мәхрүм итеү. "Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в