Был хәл фажиғә менән тамамланыр ине, бәхеткә күрә, күрше егет Илнар Зарипов утты күреп ҡалып, ярҙамға ашыға. Әммә үҙе генә ирҙе сығара алмағас, ярҙамға атаһы Булатты саҡыра. Аталы-уллы инвалидты янған йорттан һөйрәп сығарып, уны үлемдән ҡотҡара.
Ваҡиға урынына килеп еткән Салауат районының 89-сы янғын-ҡотҡарыу часы утты һүндерә, әммә йорттан көл-күмер генә ҡала. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, янғын соланда торған һыуытҡыстан сыҡҡан."Башҡортостан" гәзитенән.