Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 11:30

«Сәләмәтлек поезы» китте, ә проблемалар һәм борсолоуҙар ҡалды

Башҡортостанда беренсел медик-социаль ярҙамды камиллаштырыу сиктәрендә «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк!» акцияһы үткәрелә. Ул стәрлебаштарҙы ла ситләп үтмәне. Шулай итеп, 12 июлдән 24 июлгә тиклем «Сәләмәтлек поезы» составында табиптарҙың күсмә бригадалары һәм мобиль медицина комплекстары беҙҙең районда эшләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге сара ауыл халҡына медицина ярҙамы ҡулайлығын арттырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә. Бөтә ауылды ла йәлеп иткән райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ошондай масштаблы сара беренсе тапҡыр үткәрелде.

Күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре Стәрлебаш маршруты буйынса үҙ бурыстарын график буйынса теүәл 12 июлдә башҡара башланы. Ҡабул итеүҙе невролог, терапевт, педиатр, отоларинголог, офтальмолог, онколог кеүек табип-белгестәр алып барҙы. «Сәләмәтлек поезы» составына Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларынан Сәләмәтлек үҙәктәре индерелде.

Беренсе көндө «Сәләмәтлек поезы» туҡтаған район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда диагностик тикшереү үтергә һәм консультация алырға теләгән йөҙләгән кеше йыйылды. Акцияның маҡсаты - сирҙе иртә стадияла асыҡлау ине, сөнки уны иртә асыҡлаған саҡта ғына дауалап була. Тикшереү һәр кешенең сәләмәтлек торошон төрлө яҡлап баһалау мөмкинлеге биргән тулы профессиональ тикшереүҙе үҙ эсенә алды.

Йомғаҡлау статистикаһынан күренеүенсә, ошо көндәрҙә «Сәләмәтлек поезы»на 1874 кеше мөрәжәғәт иткән, улар араһында социаль әһәмиәттәге сирҙәр асыҡланған. Үткәрелгән 1082 тикшереү һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм шәкәр диабеты сирҙәре асыҡланған. Алып килгән флюорограф ярҙамында аҙ мобилле граждандар һәм йыраҡ ауылдарҙа йәшәүсе 427 кеше күкрәк ситлеген тикшертеү мөмкинлегенән файҙаланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың күп булыуына бәйле, медицина йыһаздары сафтан сыҡҡан. Мәҫәлән, маммографтың техник төҙөкһөҙлөгө һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙар бик мөһим диагностика үтә алмаған. 700 кеше Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының табип-офтальмологынан медицина ярҙамы алған. Ул күреү органдары сирен диагностикалап ҡына ҡалмаған, ә ҡайһы берәүҙәрҙе операцияға ла саҡырған.

Пациенттарҙы тикшергәндә һәр белгес онкологик сирҙе иртә стадияла асыҡлауға айырым иғтибар бүлгән. «Сәләмәтлек поезы» эшләгән ваҡытта Баҡый ауылы халҡы менән онкологик уяулыҡ буйынса профилактик әңгәмә үткәрелде. Республика диспансерынан килгән табип-онколог халыҡҡа нимәләргә иғтибар итергә һәм был хәүефтән нисек һаҡланырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Район буйынса яман шеш ихтималы булған 65 кеше асыҡланған, уларҙың барыһы ла поликлиниканың онкокабинетына тикшереү үтергә ебәрелгән. Белгестәрҙең эш графигы бик тығыҙ ине. Шуға ҡарамаҫтан, улар Тәтер-Арыҫлан, Йәлембәт ауылдарында ла өҙөклөкһөҙ эшләгән. Уларға ошо ауыл биләмәләренән һәм күрше ауылдарҙан йөҙләгән кеше мөрәжәғәт иткән. ФАП хеҙмәткәрҙәре хәрәкәт итеүҙә һәм транспорт менән килеүҙә ярҙам итеп аҙ мобилле яңғыҙ ауылдаштарына булышлыҡ иткән.

Һөҙөмтәнән күренеүенсә, кешеләр сәләмәтлек тураһында нығыраҡ хәстәрлек күрә башлаған, улар ғүмер оҙонлоғо һәм уны һаҡлау тураһында нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Ҡабул итеүгә килгән кешеләрҙең табиптарҙан кәңәштәр алыуы бик мөһим. Медицина профилактика тикшеренеүен даими үтеү ауыл кешеһенә халыҡ араһында инвалидлыҡҡа һәм үлемгә илтеүсе төп сәбәптәрҙең береһе булып торған онкологик сирҙәрҙең үҫешен кәметергә мөмкинлек биреүен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.Рәйлә ТАЙҒОНОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: