• Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор.
• Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
• Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр,
яман егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр.
• Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ.
• Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.
• Донъя күрке – йәр менән.
• Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар.
• Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.
• Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ.
• Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз.
• Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
• Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма.
• Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер,
яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер.
• Менгән атың – аҡбуҙ, һөйгән йәрең – йәш ҡыҙ.
• Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән.
• Ҡыҙың булһа, ирҙә булһын, ирҙә булмаһа, гүрҙә булһын.
• Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ.
• Иртә өйләнгән – улынан-ҡыҙынан кинәнгән.
• Ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән
• Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
• Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
• Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
• Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
• Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
• Буйың етмәгәнгә үрелмә.
• Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән
• Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр,
ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр.
• Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
• Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән (йәғни, үҙ
динеңдән, милләтеңдән) ал.
• Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
• Һөйгән йәр – һөйәгең елеге.
• Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр.
• Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай.
• Алма үҙең һөйгәнде – алданырһың, ал үҙеңде һөйгәнде –
• Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә.
• Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.
• Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын
• Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур.
• Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
• Ат алһаң арба кәрәк, ҡатын алһаң бары ла кәрәк.
• Эшкә ашмаған ир – башыңа сир.
• Ябағаны яуға менмә, ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма,
• Бер бар – берәгәйле бар.
• Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ.