Шундай хәбәрҙәр - һәр ата-әсә йөрәге өсөн шатлыҡлы яңылыҡ булып тора. Тимәк, ысын Тыуған ил һаҡсыһы һәм йәмғиәттең лайыҡлы гражданины - яуаплы, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр.
2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыған саҡта Тимур белем биреү учреждениеһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, турникта күнекмәләр эшләү һәм техника менән мауыға, уны һәйбәт белә, «Ҡурай» класы буйынса Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәйбәт уҡып ҡына ҡалмай, ә бер юлы мәктәптән тыш әүҙем тормош та алып бара. 9 класты тамамлағандан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына документтарын тапшыра, уны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала.
Яҡташыбыҙ үҙен армияла ла тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Үҙенең лидерлыҡ сифаттары, аралашыусанлығы ярҙамында хеҙмәттәштәре һәм командирҙары араһында абруй ҡаҙанған.
... Бер аҙ ваҡыттан хеҙмәтен тултырып ҡайтасаҡ. Тимурҙы ата-әсәһе, апаһы Юлиә, туғандары түҙемһеҙләнеп көтә. Ә ул киләсәккә пландар ҡора. Унда - ситтән тороп юғары белем алыу һәм эшкә урынлашыу. Уңыштар һиңә, Тимур!
Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.