Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 11:23

«Иҫәпләргә һәм хужа булырға өйрәнегеҙ», тип кәңәш ителде аграрийҙарға

Тәбиғәттә - июль аҙағы. Тағы ла бер айҙан көҙ етә. Әммә район аграрийҙары әле үк тулы көскә урып-йыйыу эштәренә әҙерләнә. Тап ошо мөһим эштәрҙе уңышлы үткәреү мәсьәләһенә бағышланды уҙған кесаҙна көндө «Урожай» йәмғиәте базаһында үткән семинар-кәңәшмә.

Уны үткәреү өсөн әлеге хужалыҡ осраҡлы рәүештә генә һайланманы. Бында һәйбәт машина-трактор паркы бар һәм ул даими рәүештә яңыртылып тора. Дәртле, йәш, эшлекле етәксе Илдар Ғәскәров һәйбәт команда туплаған. Кисәгеңә ҡарағанда бөгөн һәйбәтерәк эшләргә һәм күрһәткестәрҙең яҡшырыуына ынтылған татыу берҙәм коллектив.

Семинарҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров асты. Ул урып-йыйыу эштәренә бағышланған ошондай уҡ республика семинарына, Көйөргәҙе районына барып ҡайтыуы тураһында һөйләне. Күрелгән һәм ишетелгәндәрҙән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Фекер алышыуҙа һүҙ ашлыҡ киптереү аппараттары тураһында бармауы берҙән-бер етешһеҙлек, тип билдәләне ул, ә был беҙҙең шарттарҙа - иң мөһиме. Бынан тыш, синоптиктар сентябрь дауамында һауа торошоноң ямғырлы булыуын фаразлай. Тимәк, киптереү агрегаттарынан башҡа мөмкин түгел.

- Орлоҡтарҙың репродуктлылығына иғтибар итеүегеҙҙе һорайым, - тип мөрәжәғәт итте Фәнүр Зөфәр улы семинарҙа ҡатнашыусы хужалыҡ етәкселәренә, баш агрономдарға, инженерҙарға, КФХ башлыҡтарына. - Ленин исемендәге хужалыҡта һәм «ТОЛПАР» йәмғиәтендә етерлек орлоҡ фонды бар, үҙ-ара һөйләшеп, алыштырыу хәстәрлеген күрегеҙ. Кемдәр урып-йыйыу техникаһын ремонтлап өлгөрмәгән, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бер нисә көн бар әле. Барығыҙҙан да үтенеп һорайым - кешеләр менән һөйләшегеҙ, уларҙың эш хаҡы (ял көндәренән, эшләү сифатынан, гектарҙан, әйберләтә түләүҙән), нисек түләнеүе тураһында аңлайышлы һәм ентекле аңлатығыҙ. Ураҡта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла нимә өсөн һәм күпме аҡса алыуын белһен. Сөнки эш хаҡы улар өсөн йәшәү һәм ғаиләһен ҡарау өсөн берҙән-бер сығанаҡ булып тора.

Комбайндарҙы көйләгеҙ, тип кәңәш итте район башлығы, баҫыуҙарҙың баш-баштарын сабып ҡарағыҙ, сүп үләндәрен юҡ итегеҙ. Кемдә ниндәй етешһеҙлек һәм ҡаҙаныштар бар, теге йәки был сорт нисек үҫкән - бер-берегеҙҙән һорашығыҙ, сәсеүлектәрҙе ҡарағыҙ. Ленин исемендәге хужалыҡтың тәжрибә һәм контроль баҫыуҙарын барып ҡарағыҙ. Һанарға өйрәнегеҙ. Һеҙ, тәү сиратта, экономист булырға тейешһегеҙ. Һәм арышҡа айырыуса иғтибар итегеҙ. Уны ағымдағы йылда аҙ сәскәндәр һәм ул ҡиммәт буласаҡ. Шулай уҡ пай ерҙәре арендаһы өсөн иҫәпләшегеҙ. Бөгөнгө көндә бар нимә өсөн хаҡтарҙы баҙар билдәләй, шуға күрә һәр нимәне иҫәпкә алып йәшәргә һәм эшләргә кәрәк.

«Урожай» йәмғиәте етәксеһе Илдар Ғәскәров хужалыҡтың көндәлек мәшәҡәттәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Ул ҙур түгел, әммә ышаныслы эшләй. Бында үҫемлекселек, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Яңы технологиялар, сорттар индерәләр, техникаларҙы, орлоҡ фондын яңырталар. Эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр.

Уҙған йыл ҙур күләмле эш башҡарғандар. Орлоҡ склады, автогараж, ферма һәм башҡа объекттарҙы ремонтлағандар. Ағымдағы йылда яңы уңышты ҡабул итеү өсөн ашлыҡ складын әҙерләгәндәр - ремонтлап, дезинфекция үткәргәндәр. Иген таҙартыу агрегаттары эшләй. Илдар Рим улы һүҙҙәре буйынса, хужалыҡ урып-йыйыу эштәренә 80 процентҡа әҙер. Планда - ашлыҡ тейәгес һатып алыу.

Район хакимиәтенең агросәнәғәт комплексы бүлегенең баш агрономы Наил Ибраһимов иген складтарын һәм ашлыҡ таҙартыу агрегаттарын әҙерләүгә айырыуса иғтибар итергә кәңәш итте, сөнки фаразлау буйынса сәсеүлектәр һәйбәт һәм уңыштың да мул булыуы көтөлә. Иң мөһиме, уны юғалтыуһыҙ йыйып алырға һәм складтарға һалырға, тип билдәләне ул. Ашлыҡ складҡа һалынғас ҡына уңыш йыйып алынды тип әйтергә мөмкин.

Ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек, уларға ниндәй ашламалар, ниндәй күләмдә индереү, орлоҡтарҙы мотлаҡ ағыулау (шулай улар тиҙ бирешеп бармай), сифатлы орлоҡ материалына эйә булыу тураһында Россельхозцентр белгесе Мөҙәрис Мөхәмәтов һөйләне. Ауыл хужалығы агрегаттарын һәм ашлыҡ йыйыу техникаһын, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы тураһында АПК бүлегенең баш инженеры Рауил Туҡбаев ҡыҫҡаса һөйләне. Семинарҙың практик өлөшөндә ҡатнашыусылар хужалыҡтың иген складын, урып-йыйыу техникаһын, ферманы, сенаж һалыу барышын ҡараны.

Кәңәшмәгә Фәнүр Зөфәр улы йомғаҡ яһаны. Ул барыһына ла урып-йыйыу эшенә етди әҙерләнеүҙәрен һәм ҡыҫҡа срокта уны үткәреүҙәрен, шулай уҡ сәләмәтлек, келәттәрҙә уңыштың мул булыуын теләне.

Ҡунаҡсыл һәм изге күңелле хужа булараҡ, Илдар Рим улы, ҡыҙыу осор булыуға ҡарамаҫтан, йыйылыусыларҙың барыһын да тәмле төшкө аш менән һыйланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, семинарҙа ҡатнашыусылар көндәрен фәһемле үткәрҙе һәм күргәндән, ишеткәндән ҡәнәғәт ҡалып, бер-береһенә урып-йыйыу кампанияһын уңышлы үткәреүҙәрен теләп таралышты.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: