Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 14:23

Алтын тәмлеме?..

Һиндостан дауаханаларының береһенә Көнбайыш Бенгалия штатынан 22 йәшлек ҡатын эсе ауыртып мөрәжәғәт итә. Медиктар тикшереү үткәргәндән һуң ҡатындың ашҡаҙанында металл әйберҙәр булыуын асыҡлай.

Табиптар ҡыҙҙы тикшереп, операция яһарға ҡарар итә. Операция барышында медиктар хайран ҡала: пациенттың ашҡаҙанынан 1,6 килограмм ҡиммәтле әйберҙәр - 69 алтын сылбыр, 80 алтын һырға, 46 тинлек, һигеҙ медальон, 11 танауға таға торған балдаҡ, аяҡҡа таға торған биш алтын браслет һәм ҡул сәғәте алалар.


Ҡыҙҙың ашҡаҙанындағы байлыҡ 53 мең фунт стерлинг (4,2 миллион) һумлыҡ тәшкил иткән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡыҙ оҙаҡ йылдар буйы алтын әйберҙәрҙе йотҡан. Әле ҡыҙҙы психиатрға дауаланыуға ебәргәндәр. Бына, ҡайҙа булған икән алтын ашҡаҙан! "Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: