Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 11:27

Ҡаҙ үрсетеү - отошло шөғөл!

Яратҡан шөғөлөң ҡәнәғәтлектән тыш финанс йәһәтенән һәйбәт килем килтерһә, икеләтә ҡыуаныслы. Күндерәк ауылынан Шәүрә Асҡарова (һүрәттә) тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Бына нисә йыл уның ғаиләһе ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә. Райондың бихисап ауылдарында йәшәүселәр уға бәпкәләр һатып алыуҙан, махсус тоҡомдарҙы үҫтереүҙән башлап, уларҙы ашатыу һәм ҡарауға бәйле төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Шәүрә апай ошо ябай булмаған, әммә хәйләһеҙ эш серҙәре менән һәр саҡ ихлас уртаҡлаша.

Сығышы менән ул Ырымбур өлкәһенән, ауылға 90-сы йылдарҙа күсеп килә. Тәүҙә иҫке генә өйҙә йәшәргә тура килә, артабан яңыһын һалып сығалар. Ауыр саҡтар ҙа булған, даими эш юҡ, хеҙмәт хаҡы түләмәйҙәр. Ҡош-ҡортто, нигеҙҙә, үҙҙәре өсөн генә аҫрайҙар. Йыл һайын яҙын ҡаҙ бәпкәләре һатып алалар, уларҙы һәйбәт аҙыҡ менән тәьмин итеп, ҡарайҙар, әммә көҙгә тиклем барыһын да иҫән-имен үҫтерә алмайҙар. Бер ваҡыт әсәһе уға бәпкәләрҙе Ырымбур өлкәһенән һатып алырға кәңәш итә. Шәүрә апай шулай эшләй һәм отолмай, шул йыл бик уңышлы була - барыһын да үҫтерәләр. Уның таныштары ла уның аша бәпкәләрҙе һәм аҙығын ошо ҡошсолоҡ фабрикаһынан һатып ала башлай. Теләүселәр йылдан-йыл арта бара. Ошондай хеҙмәттәшлек ярҙамында ул ауыл халҡы араһында төп «консультант» һәм «тәьмин итеүсе» булып китә. «Ҡаҙ - талымһыҙ ҡош, әммә бик тауышлы. Һәр күршегә лә был оҡшамай. Әммә беҙ күршеләрҙән уңдыҡ», - ти Шәүрә апай. Ул үҙе бер мәл артабан һатыу өсөн йөҙҙән ашыу ҡаҙ үҫтерә, уларҙан тыш өйрәк тә аҫрайҙар. Уға был эштә тормош иптәше, улдары һәм туғандары ярҙам итә.

«Миңә кешеләргә файҙа килтереү, уларға шатлыҡ өләшеү, әммә иң мөһиме, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү бик оҡшай», - тип уртаҡлаша беҙҙең менән Шәүрә апай. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән әңгәмәсебеҙ дәртле, көс-ҡеүәте ташып тора. Беҙҙе сәйгә саҡырып, хуш еҫле ҡурай еләге ҡайнатмаһы һәм муйылдан һалынған иҫ китмәле тәмле ләүәш менән һыйланы ул. Шундай татлы, хатта телеңде йоторлоҡ.

Ә бик һирәк булған буш ваҡытын мәҡәлә геройыбыҙ мамыҡ шәлдәр, яулыҡтар, палантиндар бәйләүгә бағышлай. Тәбиғи кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр шул тиклем матур, биҙәкле, еңел, йылы килеп сыға. Уларға төрөнһәң, мәҡәлдә әйтелгән кеүек, тәнеңдән сир-сырхау сығып китер кеүек тойола. Шулай уҡ ғаиләгә өҫтәмә килем килтергән тағы ла бер яратҡан шөғөл.

Шәүрә апай, пенсия йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһында педагог-психолог булып эшләүен дауам итә. Буш ваҡытын һәм тормош тәжрибәһен ул яратҡан шөғөлөнә бағышлай, һөҙөмтәгә ирешер өсөн тырышып эшләй. Тәжрибәле белгес булараҡ, был эштең серҙәрен белә, үҙен ышаныслы тоя һәм шуға күрә ла уның барыһы ла һәр ваҡыт «бишле»гә килеп сыға.


Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: