Стэрлебаш шишмэлере
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Июль 2019, 17:26
Феләкләп буҙа эшләгән замандар булған
“Журфест” фестиваленә Ҡырмыҫҡалы районының байтаҡ ауылдарынан бик күп ҡул эше, милли ризыҡ оҫталары килгәйне.
лар араһында сарала ҡатнашҡан һәр кемде үҙе эшләгән буҙа, бишбармаҡ менән һыйлап торған асыҡ сырайлы ханым әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итте. Ул Иҫке Ҡыйышҡы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни әйҙәүсеһе Таңһылыу Баййегетова икән.
Тәмле буҙа, ҡорот, йыуаса, ҡош теле, ҡыҙыл эремсек, бишбармаҡ кеүек милли ризыҡтарҙы әҙерләп, ул ошондай мәртәбәле сараларға килгән ҡунаҡтарҙы ихлас һыйлай, рецепт өлгөләре менән уртаҡлаша.
- Балаларым ошо яҡҡа күсеп килде. Ә сығышым менән мин Учалы районының Наурыҙ ауылынан. Элек феләкләп буҙа яһағандар. Әсәйем һәр саҡ сараларға шулай ентекле әҙерләнер ине. Мин етештергән буҙаның рецебы ла уныҡы, - тине ул.
Эҫе көндә һыуһап килгән журналистар Таңһылыу янынан өҙөлмәне. Ҡулыңдан ҡыуан, милли ризыҡтар оҫтаһы!
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: