Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Июль 2019, 13:58

Яҡташыбыҙ ярҙам ҡулы һуҙҙы

Икенсе ярты йыллыҡҡа район гәзитенә яҙылыу ауыр барҙы. Әйткәндәй, ғәҙәттәгесә. Был ваҡытта ауыл халҡы күпләп ҡош-ҡорт һатып ала, төҙөкләндереү эштәре менән мәшғүл, баҡса ултырта, ә ҡайһы берҙәре башҡа сәбәп менән яҙылып өлгөрмәй, кемдер ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы оҙайтырға кәрәклеген дә онота. Һуңынан, әлбиттә, зарлана, сөнки гәзит уҡып ҡына район яңылыҡтарын белергә мөмкин.

Бигерәк тә башҡорт дубляжы гәзите тиражын йыйыу ауырлашты. «Әгәр ҙә 500 экземпляр йыймаһағыҙ, гәзитте ябабыҙ», тигән ультиматум ҡуйҙылар «юғарынан». Бүлек хеҙмәткәрҙәре Мөнирә Әһлиуллина, Әлфиә Ғәзизова һәм Венера Ғәбитова почта хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән күп көс һәм тырышлыҡ һалып, тиражды 450 экземплярға еткерҙе. Тағы ла 50 дана кәрәк ине. Һәм бында Түбәнге Аллағыуат ауылынан яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни милек объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уның ярҙамы менән хәҙер 50 аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаилә район гәзитен уҡый ала. Шуның өсөн улар исеменән Данир Әхмәҙи улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бының менән ул ғаиләләрҙе гәзит менән тәьмин итеп кенә ҡалманы, ә башҡорт телендә баҫылған район гәзитен һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итте.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: