Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Июль 2019, 21:00

ШӘҮЛӘҺЕҘ КӨҘГӨ

Күпме генә ышанмаҫҡа, инҡар итергә тырышһаҡ та, аңлашылмаған, башҡа һыймаҫлыҡ хәл-күренештәр тураһында ишетәбеҙ, хатта күрәбеҙ ҙә. Әҙәм балаһы күҙҙәрен мәңгелеккә йомоу менән уның “яңы тормошо” башланыуын дин генә түгел, ғалимдар ҙа раҫлай.

Яныбыҙҙа ниндәйҙер билдәһеҙ, аңлайышһыҙ, бәлки ҡағылырға ла ярамаған серле лә, шомло ла донъяның барлығын һиҙемләйһегеҙҙер. Үлеп яңынан терелгән кешеләр ғәҙәттә үҙҙәренең кисерештәрен йәшерергә тырыша. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәренең асылып китеп һөйләгән хәбәрен ишетһәң, тәрән уйҙарға ҡалаһың...
33 йәштәге ҡатынға хирургтарҙың бысағы аҫтына ятырға тура килә. Уйламаған сир үҙе тураһында ҡапыл ғына белдерә. Табиптың: “Йә йәһәтләп операция яһайбыҙ һәм ыңғай һөҙөмтә көтәбеҙ, йә ауырыу тәнегеҙ буйлап таралғандан-тарала барасаҡ. Икенсе юлды һайлаһағыҙ, медицина һеҙгә ярҙам итә алмаясаҡ”,-тигән һүҙҙәр йөрәккә уҡ булып ҡаҙала.
Ул әсәһе һәм биш йәшлек ҡыҙы менән көн күрә. Ире балаһына ике йәш кенә булғанда ғаиләһен ташлап икенсе ҡатынға сит ҡалаға сығып китте. Һуңынан тәүге мөхәббәтен онота алмауы асыҡланды.
“Ул кейәүгә сыҡҡас, бәлки уны онота алырмын тип кенә һиңә өйләнгәйнем. Һин мөхәббәтемде оноттора алманың!”-тип үҙенә ғәйеп ташлап киткән ире тураһында оҙаҡ уйланды ул.
Ҡатын бер туҡтауһыҙ иланы, хатта ҡайһы саҡта бар асыуын бәләкәсенә төшөрҙө. Ҡыҙының аҡылдан яҙыр сиккә еткәнен һиҙгән әсәһе ауылдан йыш килеп йөрөнө. Унан бөтөнләйгә ҡыҙы янында ҡалды. “Мир бөтмәһә-ир бөтмәҫ, ниңә балаңды аҙғын ир арҡаһында ыҙалатаһың?”-тип битәрләне ул ҡыҙын. Ҡатын иренә, бар донъяға булған асыуын эскә йомдо. Әсәһе алдында иламаҫҡа тырышты.
Күҙ йәштәре, үпкә-рәнйеш ауыр ташҡа уҡмашып, йөрәк-күңелде эстән кимерҙе, унан һиҙҙермәй генә ауырыуға әүерелде. Туҡтауһыҙ һыҙланған ҡатын табиптарға мөрәжәғәт итте...
Ҡатын әсәһенә операцияның ни тиклем мөһим булғанын аңлатмай ғына дауаханаға ятырға булды. Әсә кеше: “Эйе шул балам, күптән дауаханаға барғаның да юҡ. Ятып, ныҡлап дауаланып ал. Беҙҙең өсөн борсолма, барыһы ла яҡшы булыр”,-тине.
Операция көнөндә ҡатынды тағы икеле уйҙар баҫты. Етмәһә төнөн күптән вафат булған атаһы төшөнә инде. Төштөң нимә тураһында икәнлеген иҫләмәһә лә, ҡатын ҡурҡа башланы.
“Бәлки, күпмелер бирелгән ғүмерҙе операцияһыҙ ғына йәшәргәлер? Ниңә мин табиптарҙы тыңлап үҙемде ҡырҡтырырға булдым әле? Әгәр операция барышында үлеп ҡуйһам?”
Ауыр уйҙарынан арына алмаған ҡатын бер нисә тапҡыр табип бүлмәһе яғына барып әйләнде. “Хәҙер инәм дә, баш тартам!”-тип торғанда шәфҡәт туташы килеп сыҡты. “Беҙ һине эҙләйбеҙ! Йәһәт бул!”-тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ауырыу ҡойолоп төштө. Ниҙер әйтергә уйлағайны ла, аҡ халатлы уны тыңлап та торманы. Күрәһең, операция алдынан икеләнеп йөрөгән сирлеләргә күнегеп бөткәндер.
Бына баш өҫтөндә ап-аҡ, сағыу лампалар. Табиптың: “Башланыҡ”-тигән һүҙҙәре ҡайҙандыр ситтән ишетелеп ҡалды ла, барыһы ла ҡараңғылыҡҡа сумды.
Ҡатын үҙенең өҫтөндә эйелгән аҡ халатлыларҙы тәүҙә ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Унан: “Мин операция өҫтәлендә ятҡас, нисек үҙ-үҙемде күҙәтеп ултырам һуң?” Ҡатын хирургтың янына уҡ килде. Сал сәсле табиптың маңлайына тир бәреп сыҡҡан, көсөргәнешле эшләй. “Йәһәтерәк булығыҙ, беҙ уны юғалтабыҙ!”
Ҡатын аптырап ҡалды: “Нисек инде “юғалтаһығыҙ”? Юғалтмағыҙ мине?! Ә минең балам?!”
Әсә ҡапыл ҡыҙының илаған тауышын ишетте. Ул шунда уҡ өйөнә, йоҡо бүлмәһенә барып инде. Илап торған ҡыҙын ҡосаҡланы.
Ғәҙәттә балаһы ул ҡосоп алыу менән тымып ҡала торғайны. Тик ҡыҙсыҡ илауын дауам итте. “Өләсәй, өләсәй тием бит! Тап минең ҡурсағымды!” Бына икенсе бүлмәнән әсәһе килеп сыҡты. Ейәнсәрен: “Икенсе уйынсығың менән уйнап тор, йәме? Юҡ бер ҡайҙа ла. Балалар баҡсаһында ҡалғандыр!”,-тип йыуатты. “Юҡ, мин уны алып ҡайттым!”
Ҡыҙы һораған уйынсыҡ ана карауат аҫтына тәгәрәп инеп киткән. Ҡатын был хаҡта әсәһенә лә, ҡыҙына ла әйтеп ҡарай, юҡ, ишетмәйҙәр. Бесәйе генә аяғына килеп һырпаланып китте.
Ҡатын уның башынан һыйпағайны, Мурзигы һәр саҡтағыса мыраулап, үҙенең бесәйҙәр йырын башлап ебәрҙе.
Әсәһе һаман бәләкәсте йыуата. “Бына әсәйең ҡайтыр ҙа, һиңә күп итеп уйынсыҡ алып бирер, тәмлекәстәр һатып алыр. Әйҙә, өҫтәлгә яңы ашъяулыҡ түшәйек. Тегеһен кисә икәүләп эҫе таба ултыртып әрәм иттек бит. Ярай, әсәйеңә был ашъяулыҡ оҡшар ул”,-тип һөйләнә-һөйләнә япманы асып ебәрҙе.
Эре-эре көнбағыштарҙан ҡатындың күҙҙәре сағылып китте. Бәләкәсе өләсәһе янында: “Ҡайһылай матур!”-тип сәпәкәй итә.
Ҡатын яҡындарының үҙенә иғтибар итмәгәненә асыулана башланы. Был нимә шундай уйынмы? Шул саҡ ул ишек янында эленеп торған ҙур көҙгөгә күҙ һалды. Ҡатын унда юҡ ине!
Нисек инде улай?! Ҡатын үҙенең һынын күрергә теләп, тегеләй ҙә, былай ҙа әйләнде. Юҡ, ул юҡ! Шул саҡ күңеленә ниндәйҙер һиҙемләү килде: “Мин бында йөрөгәнсе, табиптар мине үлгән тип уйлаһалар!”
Ҡатын яңынан операция бүлмәһенә ҡайтты. Аҡ халатлыларҙың йөҙҙәре көсөргәнешле. Улар ауырыуҙы ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй. Табиптың бер-бер артлы киҫкен һүҙҙәре генә яңғырай.
Ҡатын йәнһеҙ булып һуҙылып ятҡан тәненә аптырап ҡараны: “Нисек кенә тәнемә ҡушылырға һуң?!”
Шул саҡ ҡатын ниндәйҙер өйрөлтмәккә барып эләкте. Ниндәйҙер түңәрәктә зыр әйләнде. Түңәрәк ситендә мәрхүмдәр: атаһы, өләсәһе, күрше бабай, уҡытыусыһы... Ҡатын көслө ауыртыуҙан ҡараңғылыҡҡа сумды...
Ауырыу сикәһенә һуҡҡыслауҙан аңына килде. “Уянығыҙ, уянығыҙ. Үәт, маладис. Вәт ҡурҡыттың, исмаһам! Баш әйләнәме? Юҡ-юҡ, әлегә һиңә эсергә ярамай. Бына ошо һыулы ҡулъяулыҡты ғына һурып ятып тор”.
Ҡатын хәлһеҙ генә ниҙер әйтергә маташты. Шәфҡәт туташы уның янына эйелде. “Ҡыҙым” тигән һүҙҙе ишеткәс, “Юҡ, юҡ, ҡәҙерлем әлегә ярамай, реанимациянан күсергәс, ҡыҙыңды яныңа индерерҙәр. Бар ҡурҡыныс артта ҡалды бит инде. Хәҙер һиңә нығыныу, аяҡҡа баҫыу тураһында ғына уйларға кәрәк”.
Хирургия бүлегенә күскәнгә тиклем бер нисә көн үтеп китте. Әсәһе түшәктә хәлһеҙ, ап-аҡ булып ятҡан ҡыҙын күреп илап ебәрҙе. “Балаҡайым, ни тиклем көслө һынау үткәргәнһең. Исмаһам, сирең тураһында әйтмәгәнһең дә! Нисек кенә түҙеп йөрөнөң ул тиклем һыҙланыуҙарға?! Үҙем дә алйот, “балаңды ҡара ла, балаңды илатма” тип һиңә иғтибар бирмәгәнмен!”
Әсә кеше һамаҡлай-һамаҡлай тумбочкаға ризығын сығарҙы. Тәмле һурпа еҫен һиҙгән ҡатын тәне буйлап ҡан йүгергәнен тойҙо. “Мин-тере! Мин йәшәйем!” Тәҙрә артында ҡысҡырышҡан турғайҙарҙың тауышы һандуғас моңо булып тойолдо уға. Әсәһе һаман илаулауын дауам итә: “Бәләкәсебеҙҙе алып килмәнем. Хәл ал да, шунан күрер. Бала ней балалығы менән уйнап тик йөрөй. Эй, аллаҡайым, бер нимә лә белмәгәнбеҙ бит!” Унан эргәһендә ятҡан оло апайҙарға эҫе ҡоймаҡтарын тәҡдим итә башланы. “Ашағыҙ-ашағыҙ, иртәнсәк кенә ҡойоп, таҫтамалға урап алып килдем. Ҡыҙыма ярамай икән. Һурпа ғына эсерегеҙ тигәстәр ҙә ярай. Иң мөһиме, имен ҡалған...” Ҡатын әсәһенең һүҙҙәрен йыр һымаҡ тыңлап ятып ойоп китте. Уянғас әсәһенән:
“Әсәй, һин яңы ашъяулыҡ һатып алдыңмы?”-тип һораны. Ҡәҙерле кешеһе аптырап китте. “Беҙҙең бәләкәс һөйөнсөләп тә өлгөрҙөмө? Туҡта-туҡта, ә һин уның менән ҡасан һөйләштең?” Ҡатын әсәһен аптыратмаҫ өсөн һүҙҙе икенсегә борҙо.
Ул табиптан операция барышында нимә булғанын һорарға тартынды. Тартыныу ҙа түгел, ә ниндәйҙер аңлашылмаған ҡурҡыу ине ул. Көҙгөгә ҡарауҙан бигерәк тә шөрләне. Торорға рөхсәт иткәстәр, кран өҫтөндә эленеп торған көҙгөгә ҡарамай ғына йыуынды йәки күҙҙәрен сытырлатып йомдо.
Әсә дауахананан ҡайтҡас бәләкәсен яратып туя алманы. Үҙҙәрен ташлап киткән ире арҡаһында рәнйеткәне өсөн балаһынан эстән генә мең-мең ғәфү үтенде.
Аш бүлмәһендә көн яҡтыһында ялтлап киткән эре көнбағышлы ашъяулыҡты һыйпап ҡараны, унан уйынсыҡ хәтеренә төштө. Ул ҡулын карауат аҫтына тыҡты һәм кескәй ҡурсаҡты һөйрәп сығарҙы. Ҡыҙы яратҡан уйынсығын күреп ҡыуанысынан һикерәңләй башланы.
“Табылды, табылды! Ә өләсәй миңә ышанманы, ҡурсағыңды баҡсала ҡалдырғанһың тигән булып әрләне”,-тип ошаҡлап та өлгөрҙө.
Мурзигы килеп аяғына һырпалана башлағас, ҡатын тағы тертләне. Бесәйен күтәреп уның күҙҙәренә ҡараны. “Ә һин бит беләһең, барыһын да беләһең”,-тип шыбырланы ул.
Һаулығын нығытып алған ҡатын, иң тәүҙә эшен алмаштырҙы. Күптән ене һөймәгән ергә һөйрәлеп йөрөүҙән көнө буйы кәйефе булмай торғайны. Ә был юлы эш үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Әлбиттә ваҡытлы, әммә күңеленә ятҡан эш! Коллектив та уны йылы ҡабул итте. Иртәнсәк уяныуҙары ла күңелле булып китте. Әсәһе ҡыҙының йөҙө ниһайәт асылып китеүенә, көлә-шаяра башлауына ҡыуанып бөтә алманы. Барыһы ла яйға һалынды кеүек. Шулай ҙа ҡайһы саҡта ҡатынды төрлө уйҙар баҫты. “Тимәк, кеше был донъянан эҙһеҙ юғалмай. Артабан уның ниндәйҙер өлөшө, күрәһең йәнелер, яҡындары янына, йортона ҡайта ала. Ул барыһын да ҡоса-ярата, ә ни өсөн уны күрмәйҙәр һуң? Артабан йән ни эшләй икән? Ҡылған яҡшылыҡ-яманлыҡтары өсөн ҡасан яуап бирә?..”
Йоҡлай алмаған ҡатын күңелһеҙ уйҙарҙы ҡыуып ебәрергә тырышты. Төшөндә уның янына мәрхүм атаһы килде: “Ашыҡма ла, ҡурҡма ла, ҡыҙым, барыһын да мәлендә белерһең. Һынауҙар донъяһындағы ваҡытың туҡтағас...”
Ҡапыл уянып киткән ҡатын тағы уйға батты:
“Әҙәм балаһы белмәгән, уның аңына ла һыя алмаған ғәләмәттәр, асылмаған сер күп донъяла. Шулай ҙа зиһенемде яҡтыртыу, мине буш ҡайғынан арындырыу өсөн был серҙең ниндәйҙер япмаһы асылды. Эйе, һынауҙар донъяһын лайыҡлы үтергә кәрәк. Тормошоң шәүләһеҙ көҙгөгә әүерелмәһен...”
Тынысланған ҡатын татлы йоҡоға талды. Хәҙер инде сағыу төҫтәргә мансылған төшө тик изге хис-тойғолар усағы булып янды.
"Һаҡмар" гәзитенән.

Читайте нас: