Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Июль 2019, 21:10

Үлемгә сихырлағандар

Донъяны “серле”гә генә түгел, ә мәхшәргә әүерелдерә ул кешеләр. Мин бер ҡасан да “теге” донъяға, ниндәйҙер билдәһеҙ көстәргә ышанған кеше түгел инем. Бәлки, шуның өсөн дә язаһын татығанмындыр.

Иптәшем менән яратышып өйләнешеп, бәхетле ғаилә ҡорҙоҡ. Райондан китеп, баш ҡалала фатир алыуға өлгәшкәс, ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Иптәшем менән бер фирмала эшләнек. Тиҙҙән мин декрет ялына сығып, бәпесебеҙ донъяға килде. Улыбыҙға өс йәш тулғас та, эшкә сығырға ашыҡманым. Сөнки иптәшем аҡсаны яҡшы эшләне. Тик тиҙҙән ул бик үҙгәрә башланы. Эштән һуңлап ҡайта, мин ниҙер әйтһәм, ҡысҡыра. Яңы йыл байрамына фирмаға барыһын да ғаиләһе менән саҡырҙылар. Шунда күрҙем инде мин иремдең ни өсөн үҙгәреүен. Яңы эшкә килгән йәш ҡыҙ минең булыуыма ҡарамаҫтан, иремә йәбешеп бейей, ҡолағына ниҙер шыбырлай. Кисәнән илап ҡайтып киттем. Мин иптәшемде юғалтыуҙан ҡурҡып, өндәшмәй башланым. Тик ул: “Мин унһыҙ йәшәй алмайым, яратам”,-тип беҙҙе ташлап сығып китте. Миңә эшкә сығырға тура килде. Ирем, уның һөйәркәһе, мин бер бүлектә эшләйбеҙ. Иптәшемдең күҙҙәре шул тиклем моңһоу икәнлеген күрә инем. Тик ул ниңәлер улын да күрергә килеүҙән баш тартты, ҡасты.

Әхирәтем: “Минең ҡәйнәм бик һәйбәт әбейҙе белә, ул кешеләргә сихыр һалынғанын билдәләй, уны кире ҡайтара, әйҙә шуға барайыҡ”,-тип көсләп алып китте. Ә мин ышанмай торғайным, сихырға ла, боҙомға ла, енгә лә, шайтанға ла. Әбей мине баш сайҡай-сайҡай ҡараны. “Әҙерәк кенә һуңлаһаң, һәләк булыр инең! Һинең иреңә генә сихыр һалынмаған, ә үҙеңә лә—үлемгә!” Был әбей күп аҡса көҫәп ултыралыр инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, ул миңә тура ҡарап: “Аҡсаң кәрәкмәй”,-тине.

Әбей кескәй генә йылға аръяғында үҫкән үләндәрҙе йыйырға барасағыбыҙҙы белдерҙе. Ул үләнде таба ла, минән һыйпаттыра ла, үҙе ниҙер уҡына-уҡына ипләп кенә өҙөп ала. Байтаҡ ваҡыт ниндәйҙер үлән-сәскәләр йыйғас, әбей: “Хәҙер ҡайтабыҙ. Күпер аша сыҡҡанда, ниндәй генә тауыш ишетһәң дә, боролоп ҡарама! Үҙеңде лә, мине лә һәләк итәсәкһең!”-тине. Ә күпер бәләкәс кенә, ағастан эшләнгән. Уға яҡынлауыбыҙ булды, көслө ел сыҡты. Күпергә аяҡ баҫыу менән әллә ҡасан мәрхүм булған туғандарымдың, таныштарымдың мине өҙөлөп-ялбарып саҡырыуҙарын ишетә башланым. Боролоп ҡарамаҫҡа саҡ көс таптым. Күперҙән сығып, ергә аяҡ баҫыу менән әйләнеп ҡараным. Ниндәйҙер шомло күләгәләр күккә олғашты. Әбейгә ҡарайым, уның тамам хәле бөткән. “Нимә булды ул?”-тип һорайым. Әбей: “Барыһы ла артта ҡалды, онот. Нимә күргәнеңде лә, ишеткәнеңде лә, мине лә онот. Миңә бер кемде лә алып килмә”,-тине.

Әбей үҙеңә, улыңа, иреңә тип төрлө үлән төнәтмәләре бирҙе. “Иң ауыры иптәшеңә эсереү буласаҡ. Тик һин әмәлен тап. Ҡайтҡас өс көн эсендә эсерергә кәрәк, юғиһә көсө бөтә”. Ысынлап та иптәшемдең бүлмәһенә барып инеүем була, һөйәркәһе шунда уҡ йүгереп килеп етә. Минең сәй әҙерләгәнемде күреп: “Һинең ҡулыңдан бер нәмә лә эсмәйәсәк!”-тип алып барып түкте. Улыбыҙ һағынды тип өйгә лә саҡырып ҡараным, юҡ килмәй. Өсөнсө көнгә әхирәтемдең иптәшенә әйтеп, саҡырып алып, сәйенә һалып эсерҙек. Иптәшем минең менән яҡшылап һөйләшеп тә торманы, сығып китте. Тик өс көндән ул әйберҙәрен тейәп ҡайтып инде. Һөйәркәһе эштән китте. Ҡыҙҙар! Ундай ҡара эш ҡылыр алдынан әҙерәк уйланһағыҙсы!

Миләүшә.
"Һаҡмар" гәзитенән.


Читайте нас в