Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Июль 2019, 12:16

Изге ниәттәре тормошҡа ашыр

Өмөтбай ауылынан күптән түгел генә армиянан ҡайтҡан Йәмил Бикмөхәмәтов ата-әсәһенә үҙенең армия фотолары менән бергә хеҙмәт иткән хәрби частан бер нисә Грамота һәм Рәхмәт хаты тапшыра. Баҡһаң, часть етәкселеге ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уларҙы Йәмилдең тыуған яғына ебәрә алмаған һәм демобилизация алдынан уларҙы уға шәхсән тапшырған.

Грамоталар тотоп улдары ҡайтып ингәс Гөлиә Мөбәшир ҡыҙы менән Шамил Шәрифулла улының шатлығының сиге юҡ ине.

- Иң мөһиме, лайыҡлы хеҙмәт итеп, иҫән-имен ҡайтты. Беҙ бик бәхетле, улыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул, өлкән ағаһы Денис кеүек үк, Тыуған иле алдында изге бурысын үтәне, - тине бер тауыштан бәхетле ата-әсә. - Хатта улыбыҙ тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә - уның ғәҙел, намыҫлы, яуаплы хәрби булыуы, подразделение тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, тырышлыҡ күрһәтеүе, бурыстарын намыҫлы башҡарыуы тураһында яҙылған. Һәм, шуныһы һөйөнөслө, уға һәйбәт тәрбиә биргәнебеҙ өсөн рәхмәт белдерәләр.

Улар һүҙҙәре буйынса, Йәмилгә әрме хеҙмәте еңел бирелгән, сөнки мәктәптә, артабан урындағы тармаҡ-ара колледжында белем алған саҡта уҡ милли көрәш, бейеү менән шөғөлләнеүе, йырлауы ярҙам иткән уға. Армияға алынғанға тиклем урындағы фермерҙа бер аҙ эшләп өлгөрә, егет киң профилле тракторсы-машинист, иретеп йәбештереүсе белгеслеге буйынса белем ала. Әммә диплом алып өлгөрмәй - ни бары дүрт кенә көн ҡалғас армияға алына. Һәм тағы ла ата-әсәһенә хужалыҡ буйынса даими ярҙамлаша.

Бөгөнгө көндә Йәмилдең пландары бихисап - юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итеү һәм һәйбәт эшкә урынлашыу. Уның изге ниәттәренең тормошҡа ашыуына ныҡлы ышанабыҙ!


Рәйсә МУСИНА.

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: