Өр-яңы Өфө-Учалы автобусы тәүге рейсҡа юллана. Билеттар һатылған, транспорт сараһы әҙер. 27 йыл буйы ошо маршрут буйынса пассажирҙар ташыған Шамил Шәфҡәт улы хәҙер нисәнсе автобус алыштырғанын да хәтерләмәй. Ләкин һуңғыһының бар яҡлап та иң камил булыуын яҡшы белә.
Республиканың көньяғына илткән билдәле маршрут һуңғы арала юғалып торғайны. Бәйләнештең яңыртылыуы байтаҡ район халҡы өсөн күптән көтөлгән ваҡиға.
Хәҙер дәүләт предприятиеһына юғалтҡан пассажирҙарҙы кире ҡайтарыу өсөн сәфәрҙе мөмкин тиклем уңайлы итеү мөһим. Яңы транспорт сараһы был талаптарға яуап бирә.
Бөлгөнлөккә төшөрөлгән «Башавтотранс» йәмғиәтен ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу бурысын Радий Хәбиров вазифаға тәғәйенләнгәс тә ҡуйҙы. Автомобилдәр паркын яңыртыу ҙа тап уның башланғысы. Транспорт сараһының йыһазландырылышы менән республика етәксеһе шәхсән танышты.
«Башавтотранс» предпиятиеһының автобустар паркы 61 процентҡа иҫкергән. 242 транспорт сараһының 40 проценты ун йылдан ашыу файҙаланыла. Һәм ниһайәт, яңырыу эше башланды. Бөгөн рейсҡа яңы 20 автобус сыҡһа, июль аҙағына тиклем тағы алты «Нефаз» маршрутҡа ҡуйыласаҡ. Яҡын киләсәктә иһә предприятие урта һәм ҙур класлы тағы өс йөҙҙән ашыу автобус алырға иҫәп тота.