Хәл ошолай һүрәтләнә. Колонияла саҡта ул кеҫә телефонына эйә була һәм “Рәсәй почтаһы” бүлексәләренә шылтырата. Үҙен “Форсаж” түләү системаһы хеҙмәткәре тип танытып, әңгәмәләштәрҙән уның эшкә яраҡлылығын тикшереүҙәрен һорай. Бының өсөн билдәле сумманы уның таныштарының картаһына күсереү генә талап ителә.
Ошо арҡала Краснодар крайы һәм Сыуаш республикаһының бер нисә почта бүлексәһе зыян күрә. Әйткәндәй, мутлашыусының уларҙы осраҡлы рәүештә һайлауы асыҡлана. Һөҙөмтәлә, төрмәлә ултырһа ла, һабаҡ алмаған әҙәм 500 мең һумға “байый”.
"башҡортостан" гәзитенән.