Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Июль 2019, 15:14

28 көнлөк сабыйға ниндәй фотосессия ти ул?

Донъя көндән-көн үҙгәрә, һыҙландырған, шаҡ ҡатырған ваҡиғалар ҙа, яңылыҡтар ҙа аяҡ аҫты тулы. Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә яңы ғына тыуған сабыйҙарҙы фотоға төшөрөү буйынса ГОСТ индереләсәк.




Был хеҙмәт бик тә кәрәк, тип иҫәпләй заман менән бергә атлаған йәш ата-әсәләр.


Ул 2020 йылдан уҡ көсөнә инәсәк. Фотосессияны өйҙә, паркта һәм башҡа урындарҙа үткәрергә мөмкин. ГОСТ буйынса, 28 көнгә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар яңы тыуған сабыйҙар тип иҫәпләнә. Бындай фотосессияларға бары ата-әсәләр, уларҙың законлы вәкилдәре генә заказ бирә ала. Эш барышында мотлаҡ уларҙың ҡатнашыуы талап ителә.


Фотосессия өсөн файҙаланылған предметтар аллергия, сәләмәтлек өсөн хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел. Талаптар юғары: бүлмә яҡшы елләтелгән, таҙа, ә һауа температураһы 22 градус йылылыҡтан да түбән булмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: