Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Июль 2019, 11:31

12 йыл уҡып, 8 класс бөткән...

“12 йыл уҡып, 8 класс бөттөм. Ҡабатлап уҡыуҙың нәтижәһе”, – тип яҙып ҡуйҙы үҙенең сәхифәһенә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән шағир, сәсән Әкрәм Ҡәйепҡолов.

Күптән түгел ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арнап үткәрелгән “Салауат әйтеше”ндә төп бүләккә – гран-приға лайыҡ булғайны. Үткән шәмбелә Әкрәм Ҡәйепҡоловтың тыуған ауылы Байымда уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында шағир Әхмәр Үтәбай сәсәнде ауылдаштары алдында тағы берҙе тәбрикләп, мәртәбәле бүләкте тапшырҙы.


Йор һүҙле, сәсән телле Әкрәм Ҡәйепҡоловтан бәләкәй генә шиғри күстәнәс:


Бөтмәҫ реформа,

Үҙгәрмәй форма.

Кәпәс кейә лә ҡырын,

Үргәрәк ҡалҡа морон.

Урын түрҙәрәк

Бюрократҡа.

Ул ғына белеп

Бойороҡ тарата.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: