Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июль 2019, 10:05

Владимир Путиндың йөкләмәләре нисек үтәлә?

Кремль вәкиле 2012 йылдан алып быйылғаса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкләмәләрен нисек үтәүҙәре менән уртаҡлашты.

“Дөйөм алғанда, шаҡтай ыңғай юғары күрһәткес – 86 процент тирәһе, – тип белдергән ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков, – Йөкләмәләрҙең 47 процент тирәһе тиҙ арала үтәлә, башҡалары, Президент хакимиәте менән килешеп, оҙайтыла, сөнки ҡайһы бер бурыстарҙы хәл итеү оҙайлыраҡ ваҡыт талап итә”.


Песков Владимир Путиндың ошо йылдар арауығында 17,5 мең йөкләмә биреүен хәбәр иткән. Әммә ул ниндәй төбәктәрҙә ни сәбәпле эштең насар үтәлгәнен әлегә әйтә алмай, сөнки бындай системалаштырыу йәнә ваҡыт талап итә.


#ВладимирПутин

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: