1. Кешегә йылмайырға ҡушырға кәрәк (инсульт булғанда кеше быны эшләй алмай).
2. Ябай ғына һөйләмде ҡабатларға тәҡдим итергә (мәҫәлән, бөгөн көн матур).
3. Ике ҡулын да өҫкә күтәреүен һорарға (яртылаш ҡына күтәрә алыуы ихтимал).
4. Телен сығарып күрһәтергә ҡушырға (теле ҡыйшайған йә бөгөлгән булыуы ла ауырыуҙың билдәһе).
Инсультҡа шик булғанда, ауырыу ошо ғәмәлдәрҙең береһен генә үтәй алмаған осраҡта ла «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға кәрәк.Йәшлек гәзитенән.