✔ йәшелсә-емештәрҙә булған тәбиғи салицилаттар;
✔ аҙыҡ-түлеккә төрлө консервант сифатында килеп ингән яһалма салицилаттар;
✔ составында салицилаттар булған дарыуҙар.
Салицилаттар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән астма бик ауыр үтә. Ә инде аллергия тыуҙырыусы аҙыҡ-түлектән баш тартҡанда ауырыуҙың хәле күпкә еңелләшә. Иң тәү сиратта, әлбиттә, бронхиаль астма менән интегеүселәргә сирҙең ниндәйҙер аҙыҡҡа аллергия һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүен асыҡлау өсөн медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Ә ауырыуҙы еңелерәк үткәреү өсөн түбәндәге дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлектән баш тартырға:
✔ аспирин, анальгин, амидопирин, фенацетин, индометацин, цитрамон, пенталгин, седалгин, баралгин кеүек составында салицилат булған дарыуҙарҙан;
✔ ҡыҙҙырылған, ҡаҡланған һәм тоҙланған аҙыҡтарҙан;
✔ консерваланған аҙыҡтарҙан;
✔ һурпа кубиктарынан, желатиндан һ.б.;
✔ 100 градустан юғары температурала әҙерләнгән эремсек аҙыҡтарынан;
✔ үҫемлек майы ҡушылған аҡ майҙан, маргариндан һәм унан әҙерләнгән аҙыҡтарҙан;
✔ борос һәм башҡа тәмләткестәрҙән;
✔ помидорҙан, томат пастаһынан, соустан;
✔ йәшелсә-емештәрҙән, киптерелгән емештәрҙән;
✔ картуф, картуф крахмалы һәм унан әҙерләнгән аҙыҡтарҙан;
✔ ҡыяр, татлы борос, ҡабаҡ, кукуруз, редиска, шалҡандан;
✔ хәлүә, арахис, бал, ҡайнатма, джем, һуттарҙан;
✔ сохарый, печенье, ҡалас һәм өҫтөнә шәкәр һибелгән икмәктән;
✔ бөтә төр кондитер изделиеларынан;
✔ алкоголле эсемлектәрҙән;
✔ алкоголһеҙ эсемлектәрҙең дә барыһы ла ярамай.
✔ ит, балыҡ һәм тауыҡ ите, тәбиғи диңгеҙ продукттары. Бырыһын да һыуҙа бешереп әҙерләргә, һурпаһын һирәкләп кенә эсергә мөмкин;
✔ ауыл һөтөнән әҙерләнгән аҙыҡтар;
✔ йомортҡа (шулай уҡ ауылдыҡы яҡшыраҡ);
✔ көнбағыш майы (көнөнә 1 – 2 ҡалаҡ);
✔ ярмалар (кукуруздыҡынан башҡа);
✔ әстерхан сәтләүеге (көнөнә 5 – 6 бөртөк), йә булмаһа, таҙартылған кедр сәтләүеге (1 – 2 балғалаҡ);
✔ киптерелгән диңгеҙ кәбеҫтәһе (тоҙ урынына көнөнә 1 – 2 ҡалаҡ);
✔ укроп, петрушка, бойҙай үрсеме, көрпә;
✔ икмәк (артыҡ күп ашарға ярамай);
✔ йәшелсәләрҙән кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм һарымһаҡ (көнөнә 1 – 2 бүлкәт);
Бындай диета менән организмға витаминдар етмәйәсәк, шунлыҡтан йылына ике-өс тапҡыр минераль матдәләр менән байытылған витаминдар эсеп алыу ҙа зыян итмәй.
Әлбиттә, диета менән генә ауырыуҙан ҡотолоп булмай, шуға күрә табип тәғәйенләгән дауаланыу сараларын да оноторға ярамай. "Йәшлек" гәзитенән.