Проекттың иғлан ителеүе булды, иң ҡыйыу һәм тәүәккәлдәр өс меңдән ашыу анкета тултырып тапшырҙы ла инде. Проектта ҡатнашыусылар етерлек, көндән-көн арта. Ҡыйыулығың етмәй торһа, икеләнмә, булған мөмкинлектән файҙаланып ҡал, тигән кәңәш бирге килә йәштәргә.
Яҡшы хеҙмәткәрҙәр һәр ерҙә лә кәрәк. Кадрҙар булһа ла, уларҙың күбеһе ҡайһы ишекте ҡағып инергә кәрәклекте, ниндәй ғариза яҙыуҙы белмәй. Бына ошондай белемле, әммә тәжрибәһеҙлеге арҡаһында үҙҙәрен әлегә күрһәтә алмаған, һәләтле егет һәм ҡыҙҙар өсөн бәхет сәғәт һуҡты түгелме? Проекттың мәсьәләһе лә шунда: ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡтан, яҡташлыҡ ярҙамынан һәм коррупциянан ваз кисеп, ғәҙел рәүештә кандидаттарҙы һайлау, 100 еңеүсене кадрҙар резервына эләгеү бәхете көтә. Тимәк, дәүләт хеҙмәте һәм бизнес корпорацияһы аҡыллы, уңған йәштәр иҫәбенә тулыланасаҡ."Башҡортостан" гәзитенән.