“Lance” журналында баҫылған мәҡәләлә һүҙ ошо хаҡта бара.
"Тоҙҙо сама белеп ҡулланыу ҡан баҫымын түбәнәйтә, әммә тоҙһоҙ диетаның хәүефле эҙемтәләргә килтереүе бар. Гипертониянан яфаланған ауырыуҙар өсөн был айырыуса мөһим яңылыҡ”, – тип иҫәпләй Гамильтондағы Макмастер университеты ғалимы Эндрю Менте (Канада).
Донъяның 49 иленән 130 меңдән ашыу кеше Макмастер университеты үткәргән тәжрибә проектында ҡатнашҡан. Канада ғалимдары ғилми мониторинг нигеҙендә уларҙың һаулыҡ торошон, ҡан күрһәткестәрен даими тикшергән, диеталарын, зарарлы ғәҙәттәрен, сирҙәрен, ғөмүмән, ғүмер оҙайлылығына һәм сәләмәтлеккә тәьҫир иткән бүтән ҡылыҡтарын өйрәнгән.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн рационыбыҙҙа тоҙҙо кәметергә саҡырған диеталар популярлыҡ яулай бара. Тоҙһоҙ диета юғары ҡан баҫымынан интеккән пациенттарҙың организмына нисек тәьҫир итә – ғалимдарҙы ошо ҡыҙыҡһындыра.
Тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлек күрһәткестәрен тикшереп, ғалимдар ошондай һығымта яһаған: тоҙҙо аҙ ҡулланыуҙың организм өсөн бер файҙаһы ла юҡ. Ҡан баҫымы нормаль булған кешеләргә лә тоҙһоҙ диета файҙа килтермәй. Ул ғына ла түгел, көнөнә яҡынса өс грамм тоҙ ҡулланып, уны кәметә барыу организмға, айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай.
Мониторингта ҡатнашыусыларҙы күҙәтеү йәнә шуны күрһәтә: көнөнә ике грамм самаһы тоҙ ҡулланған пациенттар инфаркт, инсульт һәм башҡа сирҙәрҙән йышыраҡ вафат була. Ғалимдар раҫлауынса, тоҙһоҙ диетаның бер кәрәге лә юҡ, ул ғына ла түгел, ер йөҙөндә йәшәгән күпселек халыҡ өсөн тоҙһоҙ ризыҡтарҙың зыяны күберәк тә. Башҡортостан гәзитенән.