Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2019, 18:51

“Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөп бөтөрмө?

Башҡортостан етәкселәре яңы инвестор менән “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөүҙе дауам итеү тураһында килеште.

Был хаҡта республика етәксеһе “Эхо Москвы в Уфе” радиостанцияһының тура эфирында белдерҙе. Яңы инвестор ошо маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бирергә вәғәҙәләй.


“Башҡа эре компаниялар менән дә һөйләшеүҙәр бара, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөлөштөң дауам итеүенә республика мосолмандарының Диниә назаратындағы эске низағтар ҡамасауланы. Унда финанс буйынса ярайһы етди килешмәүсәнлек күҙәтелде. Унда, миңә хәбәр итеүҙәренсә, фонд аҡсаһы менән һаҡһыҙ тотоноу осраҡтары ла булған”.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: